Төҙөкләндереү
7 Август 2025, 12:40

Башҡортостан коммуналь селтәрҙәр төҙөүгә 8,5 миллиард һум аласаҡ

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Рәсәйҙең төбәк үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышын үткәрҙе. Ултырышта видеоэлемтә режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостан коммуналь селтәрҙәр төҙөүгә 8,5 миллиард һум аласаҡБашҡортостан коммуналь селтәрҙәр төҙөүгә 8,5 миллиард һум аласаҡ
Башҡортостан коммуналь селтәрҙәр төҙөүгә 8,5 миллиард һум аласаҡ

 Ултырышта ҡатнашыусылар коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөүгә ҡаҙна кредиттарын алыуға төбәктәрҙең заявкаларын ҡараны.

   Рәсәй вице-премьеры Марат Хөснуллин йәнә туғыҙ төбәктең ғаризаһын ҡарауҙарын һәм хупланыуын белдерҙе. Улар 39,6 миллиард һумлыҡ ҡаҙна инфраструктура кредиттары аласаҡ. Был аҡса 34 коммуналь инфраструктура объектын эшләүгә йүнәлтеләсәк. Шулай итеп, был көнгә 20 төбәктең дөйөм суммаһы 106,2 миллиард һумға ҡаҙна инфраструктура кредиттары иҫәбенә яңы проекттарға ғаризалары хупланған.

Хөкүмәт комиссияһы президиумы Башҡортостандың ғаризаһын хупланы. Республика проектты тормошҡа ашырыуға 8,5 миллиард һум аласаҡ. Проект буйынса Өфө аръяғы биләмәһен һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәре төҙөү тора.  Төбәк етәксеһе Хөкүмәткә, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм биләмәләрҙе үҫтереү Фондына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

     "Проект сиктәрендә һигеҙ инфраструктура объектын төҙөү ҡаралған. Был 2040 йылға 1,3 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереүҙе тәьмин итергә һәм биләмәне үҫтереүгә бюджеттан тыш средстволар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк», - тип билдәләне Радий Хәбиров. Яңы инженер селтәрҙәрен сафҡа индереү, Өфө аръяғындағы 56 мең кешене һыу менән тәьмин итеү сифатын яҡшыртасаҡ.

 

Башҡортостан коммуналь селтәрҙәр төҙөүгә 8,5 миллиард һум аласаҡ
Башҡортостан коммуналь селтәрҙәр төҙөүгә 8,5 миллиард һум аласаҡ
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас