

231 йортта 620 лифт алмаштырыласаҡ, был маҡсатҡа 2,2 миллиард һум йүнәлтеләсәк, финанслау сығанағы булып торлаҡ милекселәренең иғәнәләре тора. 2026 йылдан республикала лифттар ресурстарын үтәгән һайын яңыртыла барасаҡ.
2014 йылдан 2024 йылға тиклем республикала капиталь ремонт программаһы сиктәрендә 1600 йорттағы 4,2 мең лифт яңыртылған. Эштәрҙең хаҡы 11,2 миллиард һум тәшкил иткән, шуларҙың 3 миллиарды — бюджет аҡсаһы, ҡалғандары — торлаҡ хужаларының иғәнәләре.