Төҙөкләндереү
15 Август 2025, 04:27

Рысҡужала яңы ФАП асыласаҡ

Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу буйынса мөһим эш бара. 2021 йылдан алып бөтәһе 361 ФАП төҙөлгән. 2025 йылда тағы ла алты поликлиника һәм 134 модулле медицина учреждениеһы сафҡа индереләсәк. Шулай уҡ туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла.

Рысҡужала яңы ФАП асыласаҡРысҡужала яңы ФАП асыласаҡ
Рысҡужала яңы ФАП асыласаҡ

— Беҙ ауылдарҙа иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путинға рәхмәт белдерәбеҙ, тап ул беренсел звеноны комплекслы модернизациялау программаһына башланғыс бирҙе, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. — Республиканың яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ауыл табип амбулаториялары төҙөү һәм ремонтлау буйынса тотош илдә лидерлыҡ тотоуы ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалмай. Уҙған йылда ғына ауылдарҙа 135 яңы модулле медпункт сафҡа инде. «Һанлы ФАП» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Бөтә ФАП-тарҙың интернетҡа тоташтырылыуы фельдшерҙарға медицина мәғлүмәт системаһын файҙаланыуҙа ҙур ярҙам. Һәр медицина пунктына ЭКГ аппараты ҡуйылған. Быйыл да фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу ҙур темп менән дауам итә.

Беҙҙең районда ла йыл да өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм халыҡҡа тәү медицина ярҙамын күрһәтә. Ағымдағы йылда «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» проекты сиктәрендә Ярлыҡап һәм Рысҡужа ауылдарында ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Был программа халыҡҡа медицина ярҙамының сифатын арттырыуға, пациенттар ҡабул итеү һәм медицина персоналына эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Рысҡужа ФАП-ы фельдшеры Гөлсиә Абдрахманова ун йылдан ашыу ауыл халҡының һаулығы һағында тырышып эшләй. Уның ҡарамағында 457 кеше, балалар һаны — 132. Йәш белгестең яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын түҙемһеҙлек менән көтөүе аңлашыла. Сөнки әле ул эшләгән медпункт иҫке, ҡасандыр колхоздың контораһы булған. 1975 йылда төҙөлгән бинаның һыуыҡ булыуы аңлашыла, сөнки нигеҙе, иҙәндәре серегән. Мейес яғалар, ҡышҡы һыуыҡтарҙа өҫтәп йылытҡыс ҡуялар. ФАП-та һыу юҡ. Бына ошондай шарттарҙан һуң заманса, яҡты һәм уңайлыҡтары булған фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл халҡына ла, йәш белгескә лә ҙур бүләк буласаҡ. Әлеге ваҡытта «Уралпромоборудование» ЯСЙ-һы буласаҡ ФАП бинаһының каркасын ҡороп бөткән. Ҡыйығы ябылған, стеналары заманса материалдар менән көпләнгән ап-аҡ медпункт ауыл уртаһында йәм булып ултыра. Ойошма етәксеһе Денис Хәлисламов әйтеүенсә, бинаның эсендә эштәр ҡалған. Кабинеттар бүлеү, электр һуҙыу һәм йылытыу системаһын эшләү, канализация үткәреү, сантехника ҡуйыу ҡалған.
Әлеге ваҡытта район буйынса медпункттарҙы яңыртыу дауам итә. Тиҙҙән Рысҡужа һәм Ярлыҡап ауылдарында яңы, заманса ФАП-тар сафҡа индереләсәк. Алдағы биш йылда районда тағы ла 12 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Красная Башкирияла модулле табип амбу-латорияһы төҙөү планлаштырылған. Былар барыһы ла республика етәкселегенең ауыл ерендә медицина ярҙамы сифатын күтәреү буйынса ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе.

Дилә Гурентьева, үҙәк район дауаханаһының ойоштороу-методик кабинеты фельдшеры:
— Беҙҙең районда бөтәһе 61 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә. «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса һуңғы йылдарҙа Тупаҡ, Яңы Балапан, Шәрип һәм Яҡтыкүлдә модулле ФАП-тар төҙөлдө, улар барыһы ла медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән. Йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙә «Ауыл фельдшеры» программаһының ярҙамы ҙур, уның аша уҙған йылда 4 медик ауылда эш башланы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас