

Ағастар ултыртыуҙа республика буйынса 30 мең самаһы кеше ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында уҡыу йорттары студенттары, ойошмалар коллективтары, йәмәғәтселәр һәм ирекмәндәр буласаҡ.Акцияға2 меңдән ашыу предприятие һәм 900 берәмек техника йәлеп ителәсәк. “Йәшел Башҡортостан " акцияһы сиктәрендә республика ҡала һәм райондарында 4 мең эре үҫенте һәм 40 мең башҡа ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ.Шулай уҡ алдағы акциялар ваҡытында ултыртылған 9 мең ағасты компенсацион алмаштырыу көтөлә.
Быйыл 40 яңы тематик аллея асыу планлаштырыла. Мәҫәлән, Туймазы районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә аллея эшләнә. Нефтекамала «Нефтекама: ваҡыт күсәре» йәмәғәт биләмәһендә ҙур ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ – уны төҙөкләндереү концепцияһы 2024 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары бөтә рәсәй конкурсында еңеү яулаған ине.Салауат ҡалаһында Островский урамында – 120 йүкә ултыртылған аллея, Ҡариҙел районында – «Геройҙар Аллеяһы», Баҡалыла «Алма баҡсаһы» барлыҡҡа киләсәк. Стәрлетамаҡта акция«Салауат» кинотеатры алдындағы скверҙа, Киров исемендәге паркта һәм Ленин проспектында үтәсәк. Өфөлә 1 600 эре һәм 4 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана.