

Эш сәфәре сиктәрендә премьер-министр Асҡар ауылында төҙөлөп ятҡан бер нисә социаль объектты ҡараны. Көнсығыш-1 биҫтәһендә 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 640 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Балалар баҡсаһы бинаһын төҙөү эштәре тамамланған, уның тирә-яғы төҙөкләндерелгән. Хәҙер йәйәүлеләр юлдарын эшләү, юл аша сығыу урындарында светофорҙар һәм кәртәләр ҡуйыу дауам итә. Премьер-министр объектты уҡыу йылы башына тамамлау өсөн ҡалған эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты.
Был мәктәпте бөтәһе лә көтә: балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа. Андрей Геннадьевич мәктәпте тамамлауға аҡса бүленәсәк һәм уны ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға тигән бурыс ҡуйҙы. Социаль объекттарҙы асыуға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың килеүе көтөлә.
Киләһе объект 1-се мәктәп. Бында алдағы йылдарҙағы планға ярашлы, мәктәп бинаһын һүтеп урынына 850 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы белем усағы төҙөү ҡарала. Сығымдарҙы оптималләштереү маҡсатында, төҙөлөштө яңы участкаға күсерергә, ә 1-се мәктәп бинаһын ҡалдырып, һуңынан ремонтлап өҫтәмә белем биреү үҙәгенә әйләндерергә тигән тәҡдим әйтелде.
— Радий Фәрит улының килеүенә йәмәғәт ойошмалары үҙәген (ауыл хужалығы бүлеге бинаһының 1-се ҡатында), шулай уҡ Дан аллеяһын булдырыу буйынса алып барылған эштәрҙең билдәле һөҙөмтәләрен күрһәтергә теләр инек, — тине район хакимиәте башлығы Айрат Әминев.
Асҡарҙағы төҙөлөп ятҡан балалар поликлиникаһы ла мөһим пункттарҙың береһе. Объектта эштәр йылдам алып барыла. Был социаль объектты билдәләнгән ваҡытта тапшырыуҙы тәьмин итеү өсөн махсус контроль булдырылды.
Асҡарҙағы 1-се урта мәктәбе буйынса мөһим ҡарар ҡабул ителде, минеңсә. Республиканың юғары етәкселәренә яңы мәктәп төҙөү буйынса төплө уйланылған дизайн-проекты тәҡдим ителде. Был ҡарарҙы Андрей Геннадьевич хупланы. Асҡар урта мәктәбе биналарына теймәҫкә, ә яңы урында – Төньяҡ биҫтәһе менән Дауыт ауылы араһындағы тигеҙ һәм иркен яланда мәктәп төҙөргә ҡарар ителде.
Был яҡынса 250 миллион һум бюджет аҡсаһын экономияларға (биналарҙы һүтеүгә, сығарыуға, биләмәне таҙартыуға), иҫке мәктәп бинаһын һаҡлап ҡалырға, таҙа майҙансыҡта төҙөлөштө алып барырға, мәктәптең заманса һәм уңайлы проектын ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итәсәк, тип һанай район башлығы.
Премьер-министрҙың сәфәре курорт төбәгендә тамамланды, унда биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшерҙеләр, шул иҫәптән трасса буйлап заманса түләүле бәҙрәф кабиналарын һәм туристар өсөн уңайлы башҡа объекттарҙы ҡуйыу хаҡында һөйләшеү булды.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса премьер-министр урындағы хакимиәткә төҙөлөш барышын контролдә тотоуҙы көсәйтергә ҡушты. Был эштәр Асҡарҙың инфраструктураһын яҡшыртыуға һәм урындағы халыҡ өсөн уңайлылыҡты арттырыуға йүнәлтелгән.
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.