Төҙөкләндереү
1 Сентябрь 2025, 09:30

Төҙөкләндереүгә федераль грант отҡан

Илеш районындағы Үрге Йәркәй ауылы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса уҙғарылған X бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында федераль грант отҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Төҙөкләндереүгә федераль грант отҡанТөҙөкләндереүгә федераль грант отҡан
Төҙөкләндереүгә федераль грант отҡан

“Үрге Йәркәй үҙәгенең бәйләүсе ептәре. Төп ауылдың тере берҙәмлеге” проекты үҙәк майҙанды комплекслы үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, унда сәхнәне яңыртыу, декоратив плиткалы йәйәүлеләр зонаһын һәм заманса скейт-парк булдырыу, ҡоро фонтан, бәүелсәктәр һәм сауҙа павильондары монтажлау планлаштырыла. Эштәрҙе 2026 йылдың майында башларға иҫәп тоталар.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас