

«Белем» байрамы көнөндә бер нисә ай район үҙәгендәге төрлө балалар баҡсаларына йөрөгән кескәйҙәр ҙә үҙ “йорттарына” ҡайтты, йәғни «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы капиталь ремонттан һуң эш башланы.
1979 йылда файҙаланыуға тапшырылған бинаға, унда йыл һайын ағымдағы ремонт эштәре башҡарылып килһә лә, әлбиттә, күптән капиталь ремонт талап ителә ине. Быйыл «Ғаилә» милли проектының “Ғаиләгә ярҙам итеү” төбәк проекты сиктәрендә аҡса бүленеп, балалар баҡсаһы бер нисә ай эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.
Радий Хәбиров: “Ауыр ваҡыттарға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙға бирелгән һүҙҙә торорға тырышабыҙ. Республикабыҙҙы бөгөн мәғариф системаһын, уның инфраструктураһын үҫтереү буйынса төбәк-флагман булараҡ билдәләнеләр. Был беҙҙең яҡтан комплекслы, системалы эш алып барылыуы хаҡында һөйләй”.


Бинаның ҡыйығы тулыһынса яңыртылған: стропилаһы алмаштырылып, яңы обрешетка ҡатылып, профлист менән ябылған. Бина тыштан матурайтып, керомогранит менән көпләнгән. Бинаның эсе тулыһынса яңынан эшләнгән: иҙәндәр, түшәмдәр өр-яңы, стеналарҙағы штукатурка ла яңыртылған. Электр үткәргестәр, һыу үткәргестәр, йылытыу системаһы, канализация селтәре тулыһынса алмаштырылған, заманса ишек-тәҙрәләр ҡуйылған. Баҡсаның биләмәһендә брусчатканан ҙур майҙансыҡ хасил булған, уйын майҙансыҡтары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, кәртәләре алмаштырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында хәҙер кескәйҙәргә үҫеш өсөн, хеҙмәткәрҙәргә ҡолас йәйеп эшләр өсөн бөтә шарттар бар.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.