Төҙөкләндереү
5 Сентябрь 2025, 11:40

«Хазина» – шәп баҡса

«Көнсығыш-1» биҫтәһендәге полилингваль мәктәптең структур бүлексәһе булған “Хазина» балалар баҡсаһы үҙенең тәүге тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте.

«Демография» милли проекты ярҙамында төҙөлгән 160 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы кескәйҙәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә яңы уҡыу йылына ҙур бүләк булды. Баҡсағы бөгөнгә 124 бала килде. Бында  тәрбиәләнеүселәр өсөн дә, унда эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр өсөн дә бөтә шарттар булдырылған.
Сағыу төҫтәргә буялған кабинеттар, уйын һәм йоҡо бүлмәләре иркен, яҡты, уңайлы.
Был заманса баҡсала гармониялы үҫеш өсөн бөтә кәрәкле нәмә бар: квалификациялы логопед һәм психолог, тәжрибәле тәрбиәселәр...
Полилингваль учреждениела стендтар башҡорт, рус һәм инглиз телендә яҙылған.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 20 урынлыҡ төркөмгә 10 баланың килеүе көтөлә. Әлегә уларҙың дүртәүһе генә ПМПК үтеп, справка юллаған. Үкенескә, мәктәпкәсә тәрбиә биреү учреждениеһында справкаһы булмаған баланы тәрбиәләү рәхсәт ителмәй. Махсус төркөмгә логопед, тьютор, йәғни балаға шәхси белем биреү маршрутын төҙөүсе һәм ошо юлда оҙатып барыусы  беркетелгән.

Айрат Әминев, район башлығы:
– Был уҡыу йылы яңы мөмкинлектәр һәм яңыртылған инфраструктура менән башланды. Белем көнөндә полилингваль күп профилле мәктәп эргәһендәге “Хазина” яңы балалар баҡсаһы асылды, капиталь ремонттан һуң тулыһынса яңыртылған “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы эшләй башланы, “Салауат” ЯСЙ-һы ярҙамында реконструкцияланған Буранғол интернаты балаларҙы ҡабул итте.
Үҫеп килеүсе быуын хаҡында хәстәрлек күреү – райондың киләсәгенә иң яҡшы инвестиция!

Уңайлы мөхит булдырыуға айырыуса иғтибар бүленгән: релаксация кабинеты, шулай уҡ интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылған башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнеү өсөн кабинеттар ҡаралған. Балалар шулай уҡ шахмат менән шөғөлләнеп, логик фекерләүҙе үҫтерә. Балалар баҡсаһы полилингваль мәктәптең бер өлөшө булғанлыҡтан, телде тәрән өйрәнеү бәләкәйҙән башлана, был киләсәккә ҙур перспективалар аса. Айырым хужалыҡ һәм аҙыҡ блоктары ҙур майҙанды биләй. Үҙенсәлекле спорт һәм музыка залдары ла бар.  Баҡса биләмәһендәге сағыу буяуҙарға мансылған спорт майҙансыҡтарына йомшаҡ япма түшәлгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, “Хазина”ла ҡыҙҙарға һәм малайҙарға күңелле лә, уңайлы ла буласаҡ.
Яңы асылған мәктәпкәсә учреждение кадрҙарға, бигерәк тә тәрбиәселәргә мохтаж, шулай уҡ  әлегә уйынсыҡтар етмәй, әммә был мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә әүҙем эш алып барыла.
Бөгөн бина эсендә лә, балалар баҡсаһы билә- мәһендә лә рәсми асыу тантанаһына әҙерлек дауам итә.

Гөлнара ҒИНИӘТОВА.

Читайте нас