Төҙөкләндереү
11 Сентябрь 2025, 03:44

Бөтә муниципалитеттар ҙа ҡатнаша

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттарҙың иң күбе мәғариф учреждениеларын ремонтлауға, юлдарҙы, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә бәйле. Патриотик тематикаға бағышланған инициативалар һаны ла арта бара. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Бөтә муниципалитеттар ҙа ҡатнашаБөтә муниципалитеттар ҙа ҡатнаша
Бөтә муниципалитеттар ҙа ҡатнаша

Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы 2014 йылда пилот программа булараҡ эшләй башланы, 2016 йылдан ул республиканың бөтә территорияһына таралды.Быйыл ППМИ сиктәрендә конкурста ҡатнашыуға 1 003 ғариза бирелгән, шуларҙың 976-һы һайлап алыу турына индерелгән.734 проект еңеүсебулған.Программалатөбәктең бөтә 54 районы һәм 9 ҡала округы ҡатнашҡан.Республика буйынса бер муниципалитетҡа уртаса 12 башланғыс тура килә.23 район үҙ биләмәләренең 100 процентын ППМИ-ла ҡатнашыуға йәлеп иткән.Архангел, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Шишмә райондарында конкурсҡа заявка биргән бөтә проекттар ҙа еңеү яулаған.

      Башҡортостан Башлығы ҡарары буйынса 2025 йылда республика бюджетынан проекттарҙы финанслауға субсидиялар 600 миллиондан 700 миллион һумға тиклем арттырылған. Еңеүсе проекттарҙы финанслауға бөтәһе 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү планлаштырыла, уның эсенә урындағы бюджет средстволары, халыҡтың һәм бағыусыларҙың өлөшө инә. Бер проекттың уртаса хаҡы 1,5 миллион һум тәшкил итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас