Төҙөкләндереү
25 Сентябрь 2025, 04:00

Дүрт туристик проектҡа ер участкалары бүленә

Дөйөм хаҡы 1,2 миллиард һумлыҡ өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған дүрт компанияға сауҙаһыҙ ҡуртымға ер участкалары бүленә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Дүрт туристик проектҡа ер участкалары бүленәДүрт туристик проектҡа ер участкалары бүленә
Дүрт туристик проектҡа ер участкалары бүленә

    Ерҙе Магнитогорск металлургия комбинаты (ММК), «Алан», «Янбай» һәм «Ново-Групп» компаниялары аласаҡ. Иң ҡиммәтле проект —Архангел районында «Инйәр платоһы» ял базаһын булдырыу. «Ново-Групп» компанияһы уны апрелдә «Инвестиция сәғәте»дә тәҡдим итә, инвестициялар күләме 620,75 миллион һумға баһалана. Инвесторға Асы ауылында 3,6 гектар ер бүленә. Участканы рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө туристик хеҙмәтләндереү.

    ММК Әбйәлил районы Ташбулат ауыл биләмәһендә 17,5 гектар ер аласаҡ. Участканы рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө ял (рекреация). Инвестор бында «Экодеревня-2» ҡунаҡтар өсөн VIP-комплексын төҙөргә ниәтләй. Комбинат проектты февралдә тәҡдим итә, яңы объект 2023 йылдан эшләй башлаған глэмпинг янында төҙөләсәк. Инвестициялар күләме 282,8 миллион һум тәшкил итәсәк.

     «Янбай» компанияһына Дыуан районының Янбай үҙәнендә рөхсәт ителгән «ял (рекреация)» төрө менән 2,9 гектар ер бүленә. Инвестор бында 202 миллион һумға инвестициялар һалып,  йыл әйләнәһенә эшләүсе “Янбай” глэмпинг-паркын төҙөргә ниәтләй.

      “Алан" фирмаһы Өфө янындағы Дорогино ауылында ике гектар ер ала. Бында кафе һәм минимаркет менән ҡунаҡхана комплексы төҙөләсәк. Проект июлдә тәҡдим ителгән, комплексты төҙөүгә инвестициялар күләме 75 миллион һум тәшкил итәсәк.

       Эске туризм буйынса эксперт Рина Гринберг билдәләүенсә, сауҙаһыҙ ҡуртымға участкалар бүлеү инвесторҙарҙың ваҡыт һәм финанс сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ участкаларҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу йәки уларҙың ҡеүәтен арттырыу, юлдар төҙөү буйынса льготалы программалар булыуы актуаль. Яңы участкаларҙы үҙләштереүҙә инфраструктураға сығымдар бик етди. Был дүрт проекттың иң перспективалыһы — Әбйәлил районындағы «Экодеревня", сөнки ул инде булған проектты үҫтереү, ә ҡалғандарға яңы ерҙәрҙе үҙләштерергә тура киләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас