Төҙөкләндереү
2 Октябрь 2025, 03:05

Иҫке Собханғол - Мораҡ юлы төҙөкләндерелде

Күгәрсен районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә Иҫке Собханғол-Мораҡ юлының 6 саҡрым араһын ремонтлау тамамланған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Иҫке Собханғол –Мораҡ юлы төҙөкләндерелдеИҫке Собханғол –Мораҡ юлы төҙөкләндерелде
Иҫке Собханғол –Мораҡ юлы төҙөкләндерелде

Һөҙөмтәлә юл участкаһы төҙөкләндерелде, ваҡ таш-ҡом ҡатнашмаһынан яңы өҫлөк йәйелде, һыу ағыҙыу юлдары төҙөкләндерелде.

Иҫке Собханғол — Мораҡ юлы Бөрйән һәм Күгәрсен райондарын тоташтыра, ике районда барлығы 44 меңдән ашыу кеше йәшәй. Көн һайын был юлдан 1600-гә яҡын автомобиль уҙа. Трассала туристар ҙа күп йөрөй, юл Мораҙым тарлауығына алып бара.

Билдәле булыуынса, Күгәрсен районында Иҫке Собханғол — Мораҡ юлында Кесе Ыҡ йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә. Контракт хаҡы 180,9 миллион һум тәшкил иткән, килешеү «Дортрансстрой» йәмғиәте менән төҙөлгән. Эштәр 2026 йыл аҙағына тамамланырға тейеш.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас