Төҙөкләндереү
8 Октябрь 2025, 06:05

"Ҡурай" паркы матурая

Быйыл бында эштәрҙең дүртенсе этабы тамамланды

"Ҡурай" паркы матурая"Ҡурай" паркы матурая
"Ҡурай" паркы матурая

Асҡар ауылында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән паркта ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн зоналар барлыҡҡа килде. Бында резина япмалы йүгереү юлы, яңы спорт комплекстары, пляж, мангалдар ҡуйылған беседкалар, балалар өсөн майҙансыҡтар, төрлө саралар уҙғарыу өсөн сәхнә бар. Әйткәндәй, йәйгеһен бында асыҡ һауала фильмдар күрһәтелде, күңелле дискотека үткәрелде.

Алда төҙөкләндереүҙең бишенсе этабы көтөлә, уның сиктәрендә «Ҡурай» арт-объекты менән яңы тренажерҙар барлыҡҡа киләсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас