Төҙөкләндереү
23 Октябрь 2025, 09:59

Балалар өсөн поликлиника буласаҡ

Үҙәк район дауаханаһы янында төҙөлә башлаған ҙур поликлиника тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ. Яңы медицина учреждениеһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһының «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты саралары ярҙамында төҙөлә.

Балалар өсөн поликлиника буласаҡБалалар өсөн поликлиника буласаҡ
Балалар өсөн поликлиника буласаҡ

Асҡарҙа «Һаулыҡ һаҡлау», «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 150 урынға иҫәпләнгән яңы балалар поликлиникаһы тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан дүрт ҡатлы балалар поликлиникаһының дөйөм майҙаны 4348,77 квадрат метр буласаҡ. Дөйөм алғанда, төҙөлөш эштәре планға ярашлы бара.
Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Хәйҙәр Әхтәмов әйтеүенсә, бинаны күтәреү эштәре тамамланған, ҡыйыҡ ябылған, тәҙрәләр ҡуйылған. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр стеналарҙы гипсакартон менән көпләп, штукатурка менән тигеҙләгән, уны буярға ҡалған. Электрика эшләнгән, йылылыҡ селтәре әҙер, бина йылытыу магистраленә тоташтырылған. Янғынға ҡаршы ишектәр ҡуйылған.

— Төҙөлөш майҙансығында көн дә 50-63 кеше эшләй. Түбәгә армстронг монтажлана, иҙәнгә керомагранит һалына. Санузелда плитка түшәлде. Тыштан фасадты көпләү һәм биләмәне тәртипкә килтереү эше тамамланыуға яҡынлаша, — тине Хәйҙәр Тәлғәт улы.

*   *   *

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағы ныҡлы үҫешә. Быйыл ил Президенты В. Путин ҡатнашлығында республика кардиология үҙәгенең иң алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылған хирургия корпусы асылды. Асылғандан алып бында 5,5 меңгә яҡын операция башҡарылған. Тимәк, күпме ғүмер ҡотҡарылған.

— Беҙ Владимир Владимировичҡа республикабыҙ халҡына иғтибар һәм хәстәрлек күрһәткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Ил башлығының ярҙамын даими тоябыҙ. Йыл аҙағына тиклем Әбйәлил, Асҡын, Благовещен, Учалы, Баҡалы һәм Яңауыл райондарында 6 поликлиниканы сафҡа индереү планлаштырыла. Республика илдә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса алдынғылар рәтендә – беҙҙә 2 меңдән ашыу ФАП иҫәпләнә, шулай уҡ «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса йәш белгестәр йәлеп итеүҙә эш яҡшы ҡуйылған. 2019 йылдан алып республикала 635 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория төҙөнөк. Хәҙер һәр өсөнсө ФАП яңы, уларҙың барыһы ла тиерлек интернетҡа тоташтырылған. Беҙ ауыл медицинаһын тулыһынса яңырттыҡ, уны заманса, һанлы итеүгә өлгәштек», – тине Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас