Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Октябрь 2025, 16:49

Темәс ауылы төҙөкләндерелә

1919 йылда Темәс ауылы Башҡорт Совет Республикаһының беренсе баш ҡалаһы була. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Темәс ауылы төҙөкләндерелә
Темәс ауылы төҙөкләндерелә

Унда «Беренсе республика йөрәге» йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланған. Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты ярҙамында башҡарылған. 2024 йылда беренсе этапта балалар майҙансығы һәм спорт менән шөғөлләнеү зоналары, парковка, беседкалар, бәләкәй архитектура формалары, сүп-сар өсөн урналар, яҡтыртыу һәм йәшелләндереү буйынса эштәр атҡарылған. Ағымдағы төҙөлөш миҙгелендә магазиндар биләмәһе ремонтланған, сауҙа өсөн айырым урындар булдырылған. Йәйәүлеләр өсөн юлдар асфальтланған, территория гирляндалар менән биҙәлгән. Ике этап буйынса эштәрҙең дөйөм хаҡы 40,9 млн һум тәшкил иткән, ике контрактта ла «Рефстройпроект» ЯСЙ-ы еңгән. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда бөтәһе 100 объектты милли проект буйынса төҙөкләндерәләр.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас