Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Ноябрь 2025, 16:26

Яңы поликлиника биләмәһе төҙөкләндерелә

Асҡарҙа йылдам рәүештә төҙөлгән поликлиника тиҙҙән сафҡа индереләсәк. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр бина эсендәге эштәр менән бер рәттән поликлиниканың эргә-тирәһен төҙөкләндерә. Юлдарға ҡырсынташ түшәлә, бордюрҙар ҡуйыла.

Яңы поликлиника биләмәһе төҙөкләндерелә
Яңы поликлиника биләмәһе төҙөкләндерелә

Асҡарҙа йылдам рәүештә төҙөлгән поликлиника тиҙҙән сафҡа индереләсәк. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр бина эсендәге эштәр менән бер рәттән поликлиниканың эргә-тирәһен төҙөкләндерә. Юлдарға ҡырсынташ түшәлә, бордюрҙар ҡуйыла. Был эштәр тамамланғас, асфальт һәм тротуар плитәһе түшәләсәк. Шулай уҡ поликлиника ҡаршыһындағы тау битләүенән таш ҡойолоп тормаһын өсөн геосетка һалыу эше бара.

Республика Башлығы Радий Хәбиров:
— Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу буйынса эш уңышлы дауам итә, ул халыҡ өсөн хәҙер ҡулайлыраҡ була бара. Республикала медицина учреждениелары төҙөлә һәм ремонтлана, улар юғары технологиялы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Был күп ауырыуҙарҙан, тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкологиянан үлем осраҡтарын кәметеүгә туранан-тура булышлыҡ итә.

— Балалар поликлиникаһы эргәһендә машиналар өсөн яңы парковкалау урыны эшләнәсәк. Бының өсөн биләмәне киңәйтергә тура килде, ә сығарылған таш Мырҙаҡай биҫтәһе юлдарына һалынды. Бер юлы ике файҙалы эш башҡарылды, — тине район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Хәйҙәр Әхтәмов. — Ҡар яумаҫ борон поликлиника биләмәһе тәртипкә килтереләсәк.
Яңы медицина учреждениеһының эргә-тирәһен яҡтыртыу өсөн кабель һалыу тамамланған. Төҙөүселәр дауаханаға килеүселәр өсөн яҡты, уңайлы һәм матур булһын өсөн тырыша.

Педиатрия ярҙамы күрһәтеү бүлеге мөдире Земфира Мәхмүтова:
— Район үҙәгендә балалар өсөн айырым поликлиника төҙөлөшө «Тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проекты ярҙамында мөмкин булды. Яңы поликлиникала уңайлы эш шарттары булдырыласаҡ, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү, балаларҙы дауалау өсөн заманса ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Республика етәкселегенә медицина тармағына күрһәткән иғтибары һәм хәстәре өсөн рәхмәтлебеҙ.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас