Республика юлдарына рөхсәт ителгән ауырлыҡтан артыҡ йөк ташыған транспорт ҙур зыян килтерә һәм шул уҡ ваҡытта, йөк ташыусылар законды боҙоуҙарын аңлай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Республика етәксеһе Ишембай районының Верхотор ауылына илткән юлды кире миҫал итеп килтерҙе.
- Бик яҡшы, төҙөк юл булды. Өс айҙан һуң бөтә юл емерелде, соҡорҙар барлыҡҡа килде. Уны шунда эшләгән төҙөлөш компаниялары шундай хәлгә килтерҙе. Килтерелгән зыян ҡурҡыныс күләмдә, тине ул.
Әле республикала 11 ауырлыҡ контроле станцияһы эшләй, тип хәбәр итте төбәк башлығы. Юлдарҙың иң проблемалы участкаларында өҫтәмә станциялар булдырыу, күсмә контроль пункттарын файҙаланыу бурысы тора. Ҙур йөк машиналары өсөн штрафтар суммаһы 400 мең һумдан ашып китәсәк. Хәҙер булған ауырлыҡ контроле станцияларынан республика йыл һайын миллиард һумға тиклем аҡса ала. Аҡса республика бюджетына, шул иҫәптән юлдарҙы ремонтлау өсөн китә. Шулай уҡ Радий Хәбиров, юлдарҙағы камералар ярҙамында былтыр республика бюджетына ике миллиард һумдан ашыу аҡса ингән, быйыл, моғайын, өс миллиард самаһы булыр, тип өҫтәне. Был аҡса юл фондына килә һәм уны ла юлдарҙы ремонтлауға йүнәлтәләр.