Һүҙ трассаларҙы ҡарҙан таҙартыу һәм уларҙы боҙға ҡаршы эшкәртеү хаҡында бара.
Башҡортостан территорияһында федераль автомобиль юлдарының оҙонлоғо – 863 км, төбәк һәм урындағы – 23,8 мең км тәшкил итә. Подряд ойошмалары техника һәм ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын әҙерләүҙе дауам итә.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн күперҙәрҙә хәрәкәт тиҙлеген сикләгән 1 840 «Скользкая дорога» билдәһе монтажланған. Ә автомобиль трассаларының тауға күтәрелгән участкалары ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән тултырылған 1 083 йәшник ҡуйылған.
Республиканың тораҡ пункттарында юлдарҙы, ихата биләмәләрен һәм йәмәғәт урындарын таҙартыуҙа 5,6 мең кеше һәм 2,9 мең берәмек техника эшләйәсәк. Муниципалитеттарҙа кешеләр йөрөгән юлдарҙа һибеүгә, боҙға ҡаршы кәрәкле күләмдә материалдар әҙерләнгән.
Шулай итеп, муниципаль паркты иҫәпкә алғанда, төбәктә ҡышҡы осорҙа йәлеп ителәсәк техниканың дөйөм һаны 4,3 мең берәмеккә етәсәк.