Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Ноябрь 2025, 10:24

Клуб, мәктәп, баҡса, быуа, юл...

Йәнгел ауыл биләмәһендә ағымдағы йылда бихисап мөһим социаль мәсьәләләр ыңғай хәл ителгән.

Клуб, мәктәп, баҡса, быуа, юл...
Клуб, мәктәп, баҡса, быуа, юл...

Атап әйткәндә, Атауҙыла клубтың фасады яңыртылған. Был маҡсатта «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса 580 мең һум аҡса бүленгән. Биләмә башлығы Р. Э. Ҡадиров әйтеүенсә, мәҙәниәт усағының ошоға тиклемге тышҡы күренеше ауылды биҙәмәгән. Эзбиз менән аҡланған әллә ҡасанғы штукатур ҡатламы ярылып, унан-бынан ҡубып торған. Ауыл оло юлдан ситтә ятһа ла, йәйге осорҙа Атауҙы юлына саң ҡунмай. Йән-яҡтан халыҡ күл буйына ағыла. Ә клуб барыһының да күҙ алдында. Был мәсьәлә район хакимиәтенә еткерелгәс, партия проектын йүнәлтергә ҡарар иткәндәр. Подряд эштәрен шәхси эшҡыуар Йәмил Баймырҙиндың төҙөлөш бригадаһы башҡарған. Бинаның фасадын техник характеристикаһы буйынса оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә тейешле декоратив штукатурка менән яңыртҡандар. Ныҡ та, заманса матур ҙа. Төҙөүселәр эштәрен Республика көнөнә тиклем тамамлап, объектты халыҡ мәнфәғәтенә файҙала-ныуға тапшырғандар. Мәҙәни тормошто гөрләтеү иһә клуб мөдиренән һәм ауыл халҡының әүҙемлегенән тора.

Радий Хәбиров БР Башлығы:
«Ҡала мөхитен төҙөкләндереү программаһы өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ләкин республикала халыҡтың 40 проценты ауыл ерендә йәшәй, беҙҙә ҙур ауылдар күп. Хәҙер кешеләр күп нәмәне күрә, уларҙың донъяға ҡарашы үҙгәрә. Әгәр элек ауылда сквер йәки парк тураһында һөйләй башлаһаң, кәртәгә сығыу менән парк башлана, тигән яуапты ишетергә мөмкин ине. Хәҙер ауыл халҡы ла үҙҙәрендә төҙөкләндерелгән уңайлы биләмәләр булыуын һорай. Ҡатын-ҡыҙ, туфли кейеп, бала менән яҡты һәм хәүефһеҙ урамда йөрөй алырға тейеш. Беҙ ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса программаларҙы ла тормошҡа ашырыу юлындабыҙ».

Ғөмүмән, бөтә ауыл биләмәһе буйынса мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар хәл ителеү юлында. Урындағы халыҡ йыл һайын йыйындарҙа күтәргән «һаҡаллы» мәсьәлә урынынан ҡуҙғалып, былтыр Йәнгел мәҙәниәт йортона тышҡы капиталь ремонт башҡарылды, «Цемикс» ЯСЙ-һы бағыусылығында ҡыйыҡ ябыуы алыштырылды. Эске яҡтан ҙур төҙөкләндереү эштәре ремонттың икенсе этабында атҡарыласаҡ тип көтөлә. Әлеге ваҡытта Первомай ауылы клубы яңырыу кисерә. Бында тулыһынса ишек-тәҙрәләр алмаштырыла. Был эштәрҙе атҡарыу буйынса «Цемикс» ЯСЙ-һы инициатива белдереп, үҙ өҫтөнә алған. Ремонт эштәренең күләме бер миллион һумға баҫа.
Ауыл биләмәһе ерендә урынлашҡан ҙур производство предприятиеһының бағыусылыҡ ярҙамы бының менән генә сикләнмәй. Ағымдағы йылда ППМИ программаһы буйынса Йәнгел халҡы башланғысында тормошҡа ашырылған урта мәктәптә уҡыу кабинеттарының тәҙрәләрен алыштырыуға йүнәлтелгән проектта бағыусы булып та сығыш яһағандар. Проекттың дөйөм хаҡы 1 млн 600 мең һум тип баһаланһа, шуның 450 меңен бағыусы компания биргән. Бынан тыш, «Цемикс» үҙ иҫәбенә тағы ла 580 мең һумға мәктәпкә ингән ерҙәге, атап әйткәндә, гардероб һәм коридорҙағы тәҙрәләрҙе яңыртыу буйынса ярҙам күрһәткән. Мәктәп коллективының, уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең ҡыуанысы сикһеҙ.
Йәнгелдәге «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына ла ыжғыр бурандар хәҙер ҡурҡыныс түгел. Ел өрөп торған иҫке ағас тәҙрәләрҙе бынан алдағы йылдарҙа «Аныҡ эштәр» проекты буйынса пластик-ка алыштырғандар. Ләкин партия аҡсаһы уларҙы өлөшләтә яңыртыуға ғына еткән. Ҡалғандарын иһә ошо проект буйынса киләһе йылдарҙа ҡуйыу планға алынһа ла, башҡа мөһим мәсьәләләр арҡаһында ул артҡы планға күсә килгән. Һәм бына шатлыҡ — артабан сират көтөргә кәрәкмәй! Сөнки ошо көндәрҙә балалар баҡсаһының бөтә тәҙрәләрен дә яңыртыу эштәре тамамлаған. Был проблеманы ла эргәләге ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереүсе предприятие хәл иткән.
— 2018 йылдан «Цемикс» ЯСЙ-һының ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ. Башҡа ауыл биләмәләрендә ППМИ буйынса бағыусылар таба алмай ыҙалаһалар, беҙҙә был проекттан ҡала икенсе мәсьәләләребеҙ ҙә ыңғай хәл ителә. Үҙҙәре үк теләк белдереп, ярҙам ҡулы һуҙып торалар. Район хакимиәте, республика Хөкүмәте яғынан да ыңғай ҡараш тоябыҙ. Бөтә мәсьәләләр ҙә финанс мөмкинселектәрҙән һәм көнүҙәклектән сығып ҡарала. Әйтәйек, былтыр Премьер-министр А. Г. Назаров килеп ҡайтҡандан һуң, һыу баҫҡанда йырылған Йәнгел йылғаһындағы быуаны тергеҙеүгә аҡса бүленде. Быйыл шул ҙур эш тормошҡа ашырылды. Торгта экономияланған 1 млн 163 мең һум аҡса район хакимиәтенең ҡарары менән шулай уҡ беҙҙең ауыл биләмәһенә йүнәлтелде. Бынан алдағы йылдарҙа «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты бу-йынса федераль сараларға төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһе — ял паркы менән «Башҡорт ихаталары» республика программаһы буйынса йүнәтелгән күп фатирлы йорттар кварталы араһындағы алама юл эсте бошора ине. Подрядсы Эдуард Ғәтиәтуллиндың ойошмаһы 170 метр арауыҡҡа асфальт түшәп, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә йәнгелдәргә ҙур бүләк эшләне. Ағымдағы төҙөлөш миҙгелен ошондай яҡшы үҙгәрештәр менән яптыҡ, — тине беҙгә биргән интервьюһында Рөстәм Эрнст улы.

Һүрәттә: Атауҙы клубы.

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас