Ярлыҡапта — тантана
Район үҙәгенән ун минутлыҡ юлда, матур тәбиғәт ҡосағында ятҡан бәләкәй генә ауыл бөгөн икенсе һулыш кисерә. Бында элекке ихаталар урынына яңы йорттар күтәрелә, йәштәр атай-олатай нигеҙендә төпләнә, хаҡлы ялға сыҡҡандар ҙа шаулы ҡала тормошонан ялҡып, тыуған йорттарына ҡайтып йәшәүҙе хуп күрә. Иҫке булһа ла клуб бар, ике йыл элек ауылдың имамы Урал Вафин һәм халыҡ тырышлығы менән «Ҡыҙыл» мәсете ҡалҡты. Шуға ла ла ололарға ла, балаларға ла медицина ярҙамы бик кәрәк һәм Ярлыҡапта заманса медпункт асылыуын барыһы ла көтөп алды.
Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илгиз Килдейәров, район хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Тәлғәт Әғзәмов, Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Кирәев һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Радий Хәбиров:
— Ауыл медицинаһының уңайлылығы өсөн яңы ФАП-тарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме – фельдшерҙарға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт. Тап улар беренсе булып ярҙамға килә. Республикала һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңырттыҡ. Иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына мейес менән йылытылған, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ағас биналар тарихта ҡала. Уларҙы уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар алмаштыра. Бындай системалы эште дауам итәсәкбеҙ.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин барыһын да ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, яңы ФАП-та ауыл халҡы уңайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласағына ышаныс белдерҙе.
— Иң тәүҙә, әлбиттә, яңы ФАП өсөн республика Башлығы Р. Ф. Хәбировҡа, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Асҡар ауыл биләмәһе етәкселегенә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бында тәжрибәле фельдшер Ләйсән Риф ҡыҙы эшләйәсәк, ул Ярлыҡап, Ҡолоҡас, Тирмән ауылдарынан бөтәһе 250-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Хәҙер заманса йыһазландырылған бинала тейешле медицина ярҙамы алыу, диспансерлаштырыу үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Бөтәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, — тине баш табип И. Килдейәров, ярлыҡаптарҙы медпункт асылыу уңайынан тәбрикләп.
Ярлыҡап ауылы фельдшеры Л. Дәүләтшина баш табиптың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Ошо ауылдан сыҡҡан, билдәле физика-математика фәндәре докторы, профес- сор, академик Марат Илһамов яңы медпункт асылыу уңайынан ауылдаштарына ҡотлау сәләме юлланы.
Хеҙмәт ветераны Әшираф Илһамов та тыуған ауылы өсөн шатлығын йәшер-мәне.
— Ҡасандыр бөтөнләй юҡҡа сығарыуға дусар ителгән ауыл бөгөн ошолай иҫтәлекле ваҡиға кисерә. Ярлыҡапты йәмләп, бынамын тигән заманса ФАП төҙөлдө. Республика етәкселегенең ауыл-дарҙы күтәреүгә йүнәлтелгән эше хуплауға лайыҡ, — тине Әшираф Әсғәт улы. — Ярлыҡап та ҙурайыр, бында йәш ғаиләләр ишәйер, тигән өмөттәбеҙ. Бының өсөн юлды төҙөкләндерергә, газ үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләйем.
Ауылда йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең сикһеҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Ярлыҡаптың имам-хатибы Урал Вафин, ауыл старостаһы Йәмил Харисов, уҡытыусы Рита Харисова, шулай уҡ Ҡолоҡас ауылы старостаһы Әсләм Килмөхәмәтов яңы медпункттың ауыл халҡы мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүен теләп, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан йүгереп йөрөп эшләгән фельдшерҙарына рәхмәт әйтте.
Сара ҡунаҡтары тантаналы рәүештә ҡыҙыл таҫманы киҫте. Ун йылдан ашыу ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында торған Ләйсән Риф ҡыҙы элекке медпункт урынына төҙөлгән яңы ФАП-ты ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән күрһәтте. Иҫке генә йортто мейес менән яғып йылытырға, һыуҙы ташырға тура килә уға. Яңы бинала йылы, яҡты. Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедура, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү кабинеты, санузел, персонал өсөн бүлмәләр бар. Ауыл халҡы иркен кабинеттар, йылы һыуы, бәҙрәфе булған медпунктты бик оҡшатты.
Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев та модуль фельдшер-акушерлыҡ пунктын юғары баһаланы, ауыл халҡына бында сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн генә йөрөүҙәрен теләне.
Ә иң мөһиме – ярлыҡаптарҙың һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған, иғтибарлы, тәжрибәле фельдшеры булыуы. Тимәк, яңы ФАП-та Ләйсән Риф ҡыҙына тырышып эшләргә ҡала.
Рысҡужалар яңы ФАП-ҡа шат
Ауыл уртаһында урынлашып, уға йәм өҫтәгән яңы медпункт асылыуы рысҡужа-ларҙың күптәнге хыялы. Шуға ла тантанаға бөтә ғәм менән йыйылдылар. Матур йыр менән бөтәһен дә сәләмләгәс, ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Айрат Әминевҡа бирелде.
— Беҙҙең район үҙенең матур ауылдары менән дан тота. Оло юл эсендә ятҡан Рысҡужанан үткән һайын ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм, бында һәр йортта уңған, булдыҡлы хужалар, үҙ ауылы яҙмышы өсөн янған кешеләр йәшәгәне күренеп тора. Һәр өй үҙенә күрә сәнғәт өлгөһө. Быйылғы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында медпунктҡа нигеҙ ташы һалған инек, күмәк тырышлыҡ менән бөгөн ауылды тағы йәмләп яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡты, — тине Айрат Зиннәт улы. — Һәр кем өсөн иң мөһиме — һаулыҡ. Шуға халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләү — беҙҙең эштең мөһим йүнәлештәренең береһе. Был күркәм ауылда йәш ғаиләләр, балалар күп. Яңы ФАП өлкәндәр һәм балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға, медицина ярҙамы күрһәтеүгә өлөшөн индерәсәк.
Район башлығы төҙөлөш эшендә ярҙам иткән эшҡыуарҙар Ансар Өмөтҡужин, Рамаҙан Шаһыбалов, Илнур Хөснөтдиновҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин Амангилде биләмәһе башлығы булған сағында башланған төҙөлөш барышын иҫкә алды.
— Рысҡужалар шул тиклем берҙәм, дөргөн булыуы һоҡландыра. Ауылға медпункт кәрәк тип ҡайҙа ғына, кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнеләр. Һәм бына сабыр иткән, мораҙына еткән тигәндәй, улар бергәләп яңы, заманса ФАП төҙөтөүгә өлгәштеләр, — тине Вадим Рәфҡәт улы. — Иң тәүҙә медпункт ҡайҙа урынлашһын тип кәңәшләштек. Һәм ауыл уртаһында, юл янындағы ошо урын ҡулай булыр тип хәл иттек. Беҙҙең менән килешеп, үҙҙәренең өй урынын биргән Зыяевтар ғаиләһенә оло рәхмәт белдерәм. Артабан йортто һүтеп, сығарыу эше лә ҡатмарлы тойолдо. Биләмә башлығы булараҡ кем эшләр, нисек осона сығырбыҙ, тип борсолдом. Өмә буласаҡ көндә ауылдың 50-60 ир-егете йыйылып, һә тигәнсе өйҙө ҡутарып, урынын таҙалап та ҡуйҙылар. Шуның өсөн Рысҡужа ауылы халҡына «Афариндар!» тип әйткем килә. Күмәк тырышлыҡ менән яңы ФАП-ты төҙөүҙә дөргөнлөк күрһәттеләр. Шулай уҡ бағымсылар Ансар Өмөтҡужин менән Рамаҙан Шаһыбаловҡа, электр үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙған РЭС начальнигы Даян Сафинға рәхмәт.
Район башлығы Айрат Әминев:
— Ярлыҡапта ихлас, эшһөйәр кешеләр күп. Был ауыл йәшәү һәм ял итеү өсөн бик уңайлы, матур. Яңы ФАП сафҡа индерелгәндән һуң бында төпләнергә теләүселәр бермә-бер артыр. Ауыл халҡына һаулығыҙҙы хәстәрләгеҙ, медпунктҡа профилактика маҡсатында ғына йөрөгөҙ тип теләйем.
Тантанала ауыл халҡын яңы медпункт асылыу уңайынан район Советы депутаты Даян Сафин, баш табип Илгиз Килдейәров тәбрикләне. Рысҡужа ауылы старостаһы Ғайса Хөснитдинов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөһрә Мәһәҙиева, ошо ауыл килене Хәлисә Төхбәтова район етәкселегенә рәхмәт әйтте.
Амангилде биләмәһе башлығы Ринат Сафиуллин өмәләрҙә ярҙам иткән әүҙем, ауылдың булдыҡлы ир-егеттәре — Закир Абдуллин, Илнур һәм Ғайса Хөснитдиновтар, Кәбир һәм Фәнүр Мостафиндар, Даян Зәйнуллин, Нуриман Ихсанов, Рәмзил Әүбәкиров, Нургиз Асҡаров, Нияз Әхтәмов, Илдус Басиров, Ризуан Хөснитдинов, Вадим Латипов, Ирбулат Әхтәмов, Нурислам Яҡупов, Фирғәт Фәхретдинов, Илмир һәм Илфир Зыяевтар, Ишморат Хәйбуллин һәм Ансар Абдрахмановтарға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ медпункттың ҡоймаһын буяу эштәрендә ҡатнашҡан ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Рафиға Асҡарова, Рәмзиә Яҡупова, Заһира Мостафина, Сәриә Бикҡолова, Клара Асҡарова, Илүзә Яҡупова, Нәсиә Вилданова һәм Гүзәл Яҡуповаға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Район башлығы Айрат Әминев менән баш табип Илгиз Килдейәров ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, бөтәһе лә яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡарап сыҡты.
Рысҡужа ФАП-ы фельдшеры Гөлсиә Абдрахманова был көндө күптән көтөүен әйтте. Ул тиҫтә йылдан ашыу ауыл халҡының һаулығы һағында тырышып эшләй. Гөлсиә Йомаҙил ҡыҙы ҡарамағында 515 кеше, 150 бала.
Йәш белгестең яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын түҙемһеҙлек менән көтөүе аңлашыла, сөнки ул эшләгән медпункт иҫке, 1975 йылда төҙөлгән, капиталь ремонт күрмәгән бина була. Мейес яғалар, ҡышҡы һыуыҡтарҙа өҫтәп йылытҡыс ҡуйһалар ҙа йылынмай. Һыуҙы ла ташыйҙар. Бына ошондай шарттарҙан һуң йылы, яҡты һәм бөтә уңайлыҡтары булған фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы ауыл халҡына ла, йәш белгескә лә, һис шикһеҙ, шатлыҡлы ваҡиға.