Төҙөкләндереү
27 Ноября 2025, 03:31

Эштәр графикка ярашлы бара

Борай районында  Танып йылғаһы аша күперҙе реконструкциялау бара. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Эштәр графикка ярашлы бараЭштәр графикка ярашлы бара
Эштәр графикка ярашлы бара

Ил Президенты Владимир Путиндың ҡабул итеү бүлмәһенә килгән мөрәжәғәттәрҙең береһе Борай районында Тере Танып йылғаһы аша күперҙе ремонтлауға ҡағылған.

     2023 йылдың 7 июнендә М-12 Восток федераль трассаһын төҙөүҙә ҡатнашҡан ауыр йөк машиналары йөрөү сәбәпле күпер емерелә һәм уның аша хәрәкәт тулыһынса ябыла. Шәхси транспорт өсөн «Автодор» компанияһы ваҡытлыса күпер төҙөй, ә пассажир автобустарына урау маршрут буйынса йөрөү ойошторола.

Күперҙе реконструкциялауға аҡса бүленде һәм подряд ойошмаһы менән дәүләт контракты төҙөлдө, тип хәбәр итте ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

- Эштәр графикка ярашлы бара. 2025 йылдың 1 ноябренә ҡоролманың дөйөм төҙөлөш әҙерлеге 23 процент тәшкил итте, – тип билдәләне ул.  Объектты контракт буйынса файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты-2026 йылдың 30 ноябре.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас