Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Декабрь 2025, 15:18

Төҙөлөш тамамланыуға бара

«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты буйынса төҙөлгән Асҡарҙағы «Хазина» полилингваль мәктәбе тиҙҙән уҡыусыларын ҡабул итәсәк.

Төҙөлөш тамамланыуға бара
Төҙөлөш тамамланыуға бара

Полилингваль белем усағының балалар баҡсаһы ағымдағы уҡыу йылынан эшләй башланы. Баҡса менән бергә аҙыҡ-түлек блогы файҙаланыуға тапшырылды. Ул уҡыусыларҙы ла йылы аш менән тәьмин итәсәк. Мәктәп асылыуға хеҙмәткәрҙәр штаты арттырыласаҡ. Аҙыҡ-түлек блогы технологик процестарҙың эҙмә-эҙлеклелеге күҙәтелгән бер нисә цехтан, һаҡлау, һыуытыу, йыуыу бүлмәләренән тора. Эҫе цехтан тура ишек мәктәп ашханаһының таратыу линияһына илтә. Ашхана ҙур — 320 урынлыҡ.
Төҙөлөш проекты буйынса мәктәп 640 урынға иҫәпләнгән. Ә ғәмәлдә, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ике биҫтәнән бер меңдән ашыу уҡыусы килеүе көтөлә. Башланғыс кластар мәктәптең өс ҡатлы бер ҡанатын биләйәсәк. Ул 13 класс-ком-плекттан тора.

Р. Ф. Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: «Тәүге полилингваль мәктәптәрҙе беҙ 2019 йылда астыҡ. Һәм уҡыусыларҙың өлгәше был тәжрибәнең уңышлы булыуын дәлилләй. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостанда полилингваль белем биреүҙе үҫтереү программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән».

Урта һәм өлкән кластар бинаның дүрт ҡатлы төп өлөшөндә уҡыясаҡ. Мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Лингафон, техник һәм тәбиғи дисциплиналарҙы уҡытыу өсөн лабораторияһы менән физика, информатика, химия, биология кабинеттары буласаҡ. Технология дәрестәрен уҙғарыу өсөн ҡыҙҙар һәм малайҙарға айырым оҫтаханалар бүленгән.
Спорт залы районда иң ҙуры буласаҡ. Оҙонлоғо — 38, киңлеге 17,5 метр тәшкил иткән залда бер үк ваҡытта параллель рәүештә өс класҡа физкультура дәресен үткәреү күҙаллана. Спорт блогында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым сисенеү, душ бүлмәләре ҡаралған. Мәктәп ихатаһында иһә тотош комплекстан торған спорт зонаһы булдырылған. Резина япма түшәлгән спорт, воркаут һәм уйын майҙандарына ГТО ҡорамалдары, тренажерҙар урынлаштырылған. Йүгереү юлы уратып алған стадиондың уртаһында буласаҡ футбол майҙанына газон сәселәсәк. Баскетбол майҙаны бейек 3D-сетка менән кәртәләп алынған. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым спорт һәм уйын майҙансығы ҡоролған.
Яңы мәктәп тағы ла бер үҙенсәлеге — музыка блогы менән айырыла. Һәләтле балалар өсөн үҙ сәхнәһе, хореография залы, уҡыу бүлмәләре булған ижади мөхит тыуҙырыла. Тамашалар залы 347 ултырғысҡа иҫәпләнгән (район мәҙәниәт йортонда 280 урын). Мәктәпкә һанлы фортепианолар, балалайка, домра кеүек инструменттар килтерелгән һәм музыка ҡорамалдары менән тәьмин итеү бының менән генә сикләнмәйәсәк.

В. С. Абсаҙыева:
— Полилингваль мәктәп — ул уҡытыу бер нисә телдә алып барылған заманса белем усағы. Ҡағиҙә булараҡ, һәр дәрестә уҡыусылар мәғлүмәттең 10 процентын — инглиз, 30 процентын — башҡорт һәм 60 процентын рус телдәрендә алырға тейеш. Шулай уҡ башҡа сит телдәрҙе өйрәнергә теләүселәр өсөн дә мөмкинлектәр асыласаҡ. Әлеге ваҡытта полилингваль мәктәпкә эшкә ғариза биреүселәр араһында испан, төрөк һәм ғәрәп телдәре буйынса уҡытыусылар ҙа бар. Күп телдәр аша фәндәргә юл ярыу киләсәктә сығарылыш уҡыусыларына ҙур юлдар асасаҡ. Урта кластарҙан йүнәлешле уҡытыу башлана. 10-11-се кластарҙа профилле уҡытыу программалары ҡараласаҡ.

Төҙөлөш менән бергә мәктәп биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Биләмә 3D-сетка менән уратып кәртәләнгән. Йәшелләндереүгә килгәндә — газон сәселәсәк. Балалар баҡсаһы яғына «Салауат» ЯСЙ-һы бүләк иткән гортензияларҙы ултыртҡандар.
Уҡыусыларҙы мәктәпкә йөрөтөүҙә биш автобус хеҙмәтләндерәсәк. Быйыл республика август кәңәшмәһендә иң күп мәктәп автобустары Әбйәлил районына бүленеп, уларҙың бишәүһе (!) яңы полилингваль мәктәпкә бирелде. Балаларҙың мәктәп юлының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ла бик күп маҡсатлы эштәр башҡарыла.
Тротуарҙар һалынған, светофорҙар ҡуйылған. Мәктәп асылыуға С. Истамғәлин һәм Ф. Ибраһимов урамдары буйлап бер яҡлы транспорт хәрәкәте тәртибе урынлаштырыласаҡ, тейешле юл билдәләре ҡуйыласаҡ.
Полилингваль мәктәп — ул уҡытыу бер нисә телдә алып барылған заманса белем усағы. Әлеге ваҡытта эшкә ғариза биреүселәр араһында испан, төрөк һәм ғәрәп телдәре буйынса уҡытыусылар бар. Күп телдәр аша фәндәргә юл ярыу киләсәктә сығарылыш уҡыусыларына ҙур мөмкинлектәр асасаҡ. Урта кластарҙан йүнәлешле уҡытыу башлана. 10-11-се кластарҙа профилле уҡытыу программалары ҡарала.
Ғөмүмән, заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар менән йыһазландырылған, ижад итеү, күп яҡлы үҫешеү өсөн шарттар тыуҙырылған мәктәптә белем биреү процесын юғары сифатлы итеп ойоштороу мөмкинлектәре ҙур. Төҙөлөш ахырына барған мәктәп тиҙҙән балалар тауышына тулыр тип көтәйек.

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас