Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Декабрь 2025, 17:00

Милли проект ярҙамында 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән

Башҡортостанда 2019 йылдан алып «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Милли проект ярҙамында 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән
Милли проект ярҙамында 806 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән

2025 йылдан был эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» яңы милли проекты сиктәрендә дауам ителә. 2030 йыл аҙағына тиклем республикала  930 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырыла.

Әйтәйек, быйыл 1,1 миллиард һумдан ашыу федераль средстволар йәлеп ителеп, республикала 100 объект төҙөкләндерелгән. Йәнә 70 йәмәғәт урыны, республика программалары һәм башҡа проекттар буйынса яңыртылған.

Башҡортостанда шулай уҡ бөтә рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңгән тораҡ пункттар биләмәләрен яңыртыу буйынса 39 концепцияның 30-ы тормошҡа ашырылған. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 6 миллиард һум, шул иҫәптән 3,3 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән. Мәҫәлән, быйыл Баймаҡта «Ирекле яр» проекты буйынса паркты реконструкциялау тамамланған, «Верхотор – заман театры» концепцияһы сиктәрендә Ишембай районындағы элекке баҡыр иретеү заводы биләмәһе төҙөкләндерелгән. Был 2023 йылда конкурста еңеү яулаған тораҡ пункттар.

Быйыл конкурста Октябрьский һәм Дүртөйлө ҡалалары, Шишмә эшселәр ҡасабаһы, Үрге Йәркәй һәм Кушнаренко ауылдары еңеүсе булған. 2026-2027 йылдарға пландарҙа - ошо тораҡ пункттар биләмәләрен төҙөкләндереү тора.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас