Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа муниципалитеттар әүҙем ҡатнашҡан. Урындағы бюджеттарҙан финанслау күләме 9,2 миллиард һум тәшкил иткән. Аҡсаның байтаҡ өлөшө биләмәләрҙе инфраструктура йәһәтенән үҫтереүгә һәм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән.
Мәҫәлән, «Ғаилә» һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекттары ярҙамында республикала өс перинаталь үҙәк өсөн ҡорамалдар һатып алынған, 11 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы булдырылған, Сибайҙа һәм Асҡарҙа балалар баҡсалары ремонтланған, ете мәҙәниәт учреждениеһы яңыртылған. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү өсөн 134 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған, туғыҙ медицина учреждениеһы ремонтланған, алты яңы поликлиника төҙөлгән, шулай уҡ 5,3 меңдән ашыу берәмек заманса медицина техникаһы һәм махсус автотранспорт һатып алынған.
Республикала дөйөм белем биреү системаһын модернизациялау «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса эшләнә. 2025 йылда 35 мәктәп бинаһы, өс колледж ремонтланған, 711 белем биреү учреждениеһына яңы мебель һәм техника һатып алынған.
«Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 19 белем биреү кластеры асылған. Унда бөтәһе 64 колледж ҡатнаша.
Халыҡ өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуға «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты йүнәлтелгән. Мәҫәлән, 2025 йылда республикала 170 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса бөтә рәсәй конкурсында еңеүсе ете проект тормошҡа ашырылған. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса Күмертауҙа, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында яңы һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлгән, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында үҙәк ҡаҙанлыҡ төҙөкләндерелгән, тағы ла 20 объект тәртипкә килтерелгән. Шулай уҡ 256 км автомобиль юлы яңыртылған, ике күпер төҙөлгән һәм алты күпер ремонтланған.
Атап әйткәндә, «Минең бизнесым» үҙәге 6 200-ҙән ашыу консультация хеҙмәте күрһәткән, эшҡыуарҙар 552 миллион һумдан ашыу суммаға льготалы займдар алған. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт аграр университетының икенсе корпусының матди-техник базаһы яңыртылған, Бүздәк һәм Нуриман райондарында ике агротехнология класы асылған.
Башҡортостан тәүгеләрҙән булып «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проектын тормошҡа ашыра башлаған. Махсус кластар булдырыу, урмандарҙы видеомониторинглау өсөн «Геоскан» комплекстарын поставкалау менән бер рәттән был өлкәлә кадрҙар, фән һәм сәнәғәт потенциалы үҫешә. Киләһе йылда БАС технологияларын үҫтереү өлкәһендә һынауҙар һәм компетенциялар ғилми-производство үҙәге өсөн ҡорамалдар һатып алыу планлаштырыла.