Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Декабрь 2025, 07:40

Проект еңеүселәре төҙөкләндереү эштәре алып бара

Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”  буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңгән тораҡ пункттар биләмәләрен яңыртыу буйынса 39 концепцияның 30-ы тормошҡа ашырылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Проект еңеүселәре төҙөкләндереү эштәре алып бара
Проект еңеүселәре төҙөкләндереү эштәре алып бара

Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 6 миллиард һум, шул иҫәптән 3,3 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән.

Конкурс лидерҙары иҫәбендә, Бәләбәй һәм Дүртөйлө ҡалалары, улар өс тапҡыр еңеүсе булған. Тағы ла һигеҙ ҡала – Ағиҙел, Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Ишембай, Мәләүез, Учалы һәм Яңауыл – икешәр еңеү яулаған.

Быйыл, Баймаҡта «Ирекле яр» проекты буйынса ял паркын реконструкциялау тамамланған, шулай уҡ «Верхотор – заман театры» концепцияһы сиктәрендә Ишембай районындағы элекке баҡыр иретеү заводы биләмәһен төҙөкләндерелгән. Был 2023 йылда конкурста еңеү яулаған ҡалалар. Уларҙа эштәр ике этапта алып барылған.

2024 йылда еңеү яулаған биш проекттың икәүһе тормошҡа ашырыла. «Нефтекама: ваҡыт күсәре» концепцияһы һәм Благовещенда Совет урамын яңыртыу буйынса «Воскресенские ряды» проекты буйынса эштәр бара. Тағы өс башланғыс - Бәләбәй, Салауат һәм Учалы ҡалаларындағы эштәрҙе 2026 йылда тамамларға планлаштыралар.

Быйылғы йылда конкурста Октябрьский һәм Дүртөйлө ҡалалары, Шишмә эшселәр ҡасабаһы, Үрге Йәркәй һәм Кушнаренко ауылдары еңеү яулаған. Был тораҡ пункттарҙа биләмәләрҙе төҙөкләндереү 2026-2027 йылдарға планлаштырылған.

Автор:
Читайте нас