Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Ғинуар , 08:05

Рәсәй юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары кәмей бара

Был хаҡта вице-премьер Марат Хөснуллин менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин белдергән.  #ВладимирПутин

Рәсәй юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары кәмей бара
Рәсәй юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары кәмей бара

М. Хөснуллин Президентҡа хәбәр итеүенсә, профилле программаны тормошҡа ашырыуҙың биш йылында юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтары 25 процентҡа тиерлек кәмегән, был автомобилдәр һанының 11 процентҡа, йөк ташыу ағымының 25 процентҡа артыуына һәм автомобиль туризмының үҫеүенә ҡарамаҫтан. Авариялар һаны кәмеүе системалы эш һөҙөмтәһе булып тора, тип билдәләнән Владимир Путин.

"Системалы рәүештә йылдан-йыл кәмей. Был шулай уҡ эске эштәр министрлығы органдарының, юл-патруль хеҙмәтенең ҡаҙанышы, эше. Яҡшы эш һөҙөмтәһе", - тигән Дәүләт башлығы.

Хөснуллин 2030 йылға тиклем властар юлдарҙа үлем осраҡтарын тағы ла бер ярым тапҡырға кәметергә ниәтләй, тип өҫтәгән.

"Беҙ системалы рәүештә юлдар төҙөйбөҙ, ремонтлайбыҙ, эскелеккә ҡаршы көрәшәбеҙ, балаларҙы уҡытабыҙ, ҡалаларҙа йәйәүлеләр үткәүелдәре буйынса эшләйбеҙ. Һәр төбәк етәксеһе үҙ бурысын яҡшы аңлай, бергәләп юлдарҙа үлем осраҡтарын һәм аварияларҙы кәметәү өҫтөндә эшләйбеҙ»,-тигән вице-премьер яуап итеп.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас