Үткән йылда хаҡы 21 миллиард һумдан ашыу булған 14 объектты төҙөү тамамланған. Улар араһында Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто, Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарында бассейндар, Мәләүездә «Спартак» стадионы һәм республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы бар.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә алты поликлиника төҙөлә. Мәҫәлән, декабрҙә Асҡында поликлиника асылған, Яңауылда, Учалыла һәм Благовещенда медицина учреждениелары лицензия алһа пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Мәғариф өлкәһендә 2025 йылда бер нисә мәктәпте, шул иҫәптән Өфө районының Шмидт ауылында 640 урынлыҡ Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемендәге мәктәп үҙ ишектәрен асҡан.
Бынан тыш, «Ғаилә» һәм «Йәштәр һәм балалар» милли проекттары сиктәрендә федераль средстволарына Нуғай ауылында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм Өфөлә Республика математика лицей-интернаты төҙөлә башланған.
2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 68 км һыу менән тәьмин итеү селтәре һәм 4 км ашыу йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәре ремонтланған.