Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, программа «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашыралар. 2025 йылда федераль бюджет иҫәбенә 100 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелгән. Республика һәм муниципаль программалар ярҙамында тағы ла 70 урын яңыртылған. 2019 йылдан алып Башҡортостанда бөтәһе 9,3 миллиард һумдан ашыу суммаға 976 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Киләһе йылға программаға инеү буйынса эштәр башланған, муниципалитеттар төҙөкләндереү проекттарын әҙерләп, конкурс процедураларына ебәргән.
***
Бынан тыш, Башҡортостан бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса бөтә рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында әүҙем ҡатнаша. Бөтәһе 39 проект еңеүсе була, шуларҙың 30-да эштәр тамамланған да инде. Республиканың барлыҡ 20 ҡалаһы ла конкурста бер тапҡыр булһа ла еңеүсе булған. 2025 йылда республиканан биш ғариза ҡаралып еңгеүгә өлгәшкән.
Бынан тыш, былтырҙан алып был конкурста административ үҙәктәр өсөн «Терәк тораҡ пункттар» номинацияһы булдырылған. Унда Шишмә ҡасабаһы һәм Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы еңеүсе булған.