Улар иҫәбендә, инфраструктура бюджет кредиттарын йәлеп итеп, «Оҙайлы һәм әүҙем тормош», «Йәштәр һәм балалар», «Ғаилә» милли проекттары буйынса төҙөлгән объекттар буласаҡ. Мәҫәлән, ағымдағы йылда Иглиндә поликлиника, Үрге Ҡыйғыла балалар сәнғәт мәктәбе һәм Сибайҙа 6-сы мәктәп төҙөү планлаштырыла.
2025 йылда Капиталь төҙөлөш идаралығы портфелендә 8,3 миллиард һумдан ашыу суммаға 90 социаль объект булған. Был аҡсаның дүрттән бер өлөшө федераль бюджеттан.
Былтыр республикала 17 миллиард һумдан ашыуға 14 социаль әһәмиәтле объект сафҡа индерелгән. Улар араһында — Яңауылда, Учалыла һәм Благовещенда яңы поликлиникалар, Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы, Урғаҙа һәм Яңы Мөслим ауылдарында мәҙәниәт йорттары, Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарында бассейндар, Мәләүездә «Спартак» стадионы объекттары бар.
Баҡалы һәм Әбйәлил райондарында поликлиникалар төҙөлөшө тамамланыуға бара.