Әйтәйек, Башҡортостан «Погнали!» платформаһы төҙөгән «Йәшел " туризм рейтингында унынсы урында килә. Тикшереү 15 ESG критерийы буйынса, йәғни экология, социаль мөхит һәм туристик тармаҡта идара итеү сифаты өлкәһендә үткәрелгән.
Рейтинг лидеры Санкт-Петербург, икенсе урында Мәскәү, өсөнсө урынды Түбәнге Новгород һәм Кемерово өлкәләре бүлешкән. Дүртенсе урында — Татарстан һәм Краснодар крайы, бишенселә -Ульяновск өлкәһе һәм Ҡабарҙы-Балҡар. Башҡортостан, Омск һәм Силәбе өлкәләре унынсы баҫҡысты бүлешкән. Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды ала.
"Бөгөн беҙҙең бурыс - был урындарҙы күрһәтеү генә түгел, ә уларҙы киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу. Был рейтинг-дөйөм принциптар өлкәһендәге тотороҡло үҫеш тураһында һөйләшеүҙе конкрет күрһәткестәр һәм ғәмәлдәр яҫылығына күсереүсе инструмент. Ул төбәктәр өсөн компас һәм “юл картаһы“ буласаҡ, туризмды аңлы рәүештә һәм баланслы үҫтерергә ярҙам итәсәк”, - тине " Погнали” платформаһы генераль директоры Валентин Андреев.