Әйтәйек, 2024 йылдың декабрендә 534,7 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән булған, тимәк сағыштырғанда 2025 йылдың декабрендә 38 процентҡа күрһәткес юғарыраҡ.
Декабрҙә дөйөм күләмдең 210,3 мең квадрат метры халыҡ индергән күләм. 2024 йылдың декабренә ҡарата был күрһәткес 82,9 процентҡа күберәк.
2025 йылда Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү 3,02 миллион квадрат метр тәшкил иткән, 2024 йылға ҡарата ул 9,8 процентҡа кәмегән. Халыҡтың торлаҡты сафҡа индереүе 15,2 процентҡа, йәки 1,98 миллион квадрат метрға тиклем кәмегән. Волга буйы федераль округында бер йылда торлаҡты сафҡа индереү 18,9 миллион квадрат метр тәшкил иткән, күрһәткес 2024 йыл менән сағыштырғанда 6,5 процентҡа кәмегән.
Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Татарстан 3,5 миллион «квадрат» менән алда бара, өсөнсө урында - Пермь крайы, унда бер йылда 1,8 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Иң аҙ торлаҡ 2025 йылда Мордовияла (310 мең квадрат метр) һәм Киров өлкәһендә (599,2 мең квадрат метр) файҙаланыуға тапшырылған.