Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Февраль , 08:32

Иглин ауылында яңы поликлиника төҙөлә башлана

Ошо көндәрҙә, республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә 2030 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса пландар тикшерелде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Иглин ауылында яңы поликлиника төҙөлә башлана
Иглин ауылында яңы поликлиника төҙөлә башлана

Мәҫәлән, 2025 йылдың декабрендә Асҡын үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы асылған, Яңауыл, Благовещен һәм Учалы балалар поликлиникалары йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер.

Асҡарҙа һәм Баҡалы районының Баҡалы ауылында тағы ике поликлиника буйынса төҙөлөш – монтаж эштәре тамамланыу стадияһында.

 «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк программаһы сиктәрендә 2025 йылда Малаяҙ, Аҡъяр, Ҡариҙел һәм Иҫке Балтас ауылдарында дөйөм суммаһы 400 миллион һумға дүрт тиҙ төҙөлә торған модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һатып алынған һәм ҡуйылған. Уларҙың барыһы ла заман талаптарына яуап бирә. Белгестәр кабинеттарынан тыш, көндөҙгө стационар, психологик һәм медицина-социаль ярҙам кабинеттары, әсә һәм бала бүлмәһе, уйын зонаһы бар.

2026 йылдың тәүге яртыһында Иглин ауылында сменаһына 600 кешегә иҫәпләнгән поликлиника төҙөлөшөн башлау планлаштырыла. Уның структураһында алты терапия һәм педиатрия участкаһы, стоматология бүлеге, функциональ диагностика бүлеге, рентгенодиагностика комплексы буласаҡ.

Шулай уҡ быйыл Октябрьский ҡалаһы дауаханаһында балалар стационарын һәм Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы стационарын капиталь ремонтлау, һигеҙ тиҙ төҙөлә торған модулле фельдшер – акушерлыҡ пункттарын төҙөү планлаштырыла.

2030 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуҙың Федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Иглин һәм Стәрлетамаҡта поликлиникалар төҙөлөшө тамамланасаҡ, 32 һаулыҡ һаҡлау объекты капиталь ремонтланасаҡ.

Бынан тыш, Өфөнөң медицина учреждениеларын яңыртыу төбәк программаһы буйынса 2026 йылда Өфө 5-се балалар поликлиникаһы һәм Сипайлово биҫтәһендәге 43-сө поликлиника яңыртыла.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас