Контракттарҙың башланғыс максималь хаҡы 2,9 миллиард һум тәшкил итә. Эштәр республиканың алты ҡалаһында һәм 33 районында 247 йортта үткәреләсәк.
Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һәм республиканың һигеҙ районында ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлауға 953,8 миллион һумға тиклем бүлергә әҙерҙәр. 71 йортта эштәр башҡарыласаҡ, был маҡсатҡа иң күп аҡса Стәрлетамаҡ ҡалаһына йүнәлтелә, йәғни 446,9 миллион һумға тиклем, унда 30 йортта капиталь ремонт үткәреләсәк.
Шулай уҡ Ағиҙел, Нефтекама һәм туғыҙ районда 58 йорттоң ҡыйығы ремонтланасаҡ. Был маҡсатҡа 533,3 миллион һумға тиклем аҡса йүнәлтелә. Нефтекама өсөн иң ҙур финанслау ҡаралған — 11 биш ҡатлы йорттоң ҡыйығын ремонтлауға 147,9 миллион һум бүленә.
Октябрьский ҡалаһында һәм төбәктең ун районында эштәр 506,9 миллион һумға башҡарыла. Бында 41 йортта капиталь ремонт планлаштырылған. Йорттарҙың күп өлөшө, йәғни 28-е Октябрьский ҡалаһына тура килә, уларға капиталь ремонтҡа 409,8 миллион һум бүлеү ҡаралған.
Әлшәй, Бәләбәй, Миәкә һәм Шишмә райондарында капиталь ремонтҡа 365,5 миллион һумға тиклем йүнәлтелә. 28 йортта эштәр планлаштырылған, Шуларҙың 16-һы Бәләбәй районында, ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлауға 262,1 миллион һум һалынған.
Дәүләкән һәм Туймазы райондарында йорттарҙы ремонтлауға 517,8 миллион һум бүленә. 49 йортта эштәр башҡарыласаҡ, шуларҙың 46 — һы Туймазы районында, капиталь ремонт эштәре 475,4 миллион һумға баһалана.
Эштәрҙе торлаҡ милекселәренең иғәнәләре иҫәбенә финанслайҙар. Ҡайһы бер объекттар буйынса капиталь ремонтты тамамлау ваҡыты — 2026 йылдың 25 декабре.