Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова төбәк Башлығы Радий Хәбировта үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
Шулай уҡ, бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә төбәктең ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалары 34 муниципалитет биләмәһендә 65 инвестиция программаһын тормошҡа ашырырға планлаштыра. Эштәрҙең дөйөм хаҡы – 3,8 миллиард һумдан ашыу. Мәҫәлән, Өфөлә Рыльский урамындағы йылылыҡ магистрале участкаһы, Зорге урамындағы һыу үткәргес һәм Посадская һәм Блюхер урамдарындағы канализация коллекторҙары яңыртыласаҡ.
Бынан тыш, 2028 йылға тиклем республикала өҫтәмә рәүештә 4,3 миллиард һумлыҡ ете коммуналь инфраструктура объекты төҙөләсәк һәм 11 объектты тәртипкә килтерәсәктәр. Атап әйткәндә, Благовещенда эсәр һыу резервуарҙары ҡуйыу менән магистраль һыу үткәргестең беренсе этабын, Краснокама районында 20 саҡрымдан ашыу һыу менән тәьмин итеү селтәрен төҙөү планлаштырыла.
“2026 йылда бөтәһе 95 саҡрым һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы ағыҙыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәре төҙөләсәк, реконструкцияланасаҡ һәм алмаштырыласаҡ. Коммуналь хеҙмәттәр сифаты республиканың 183 мең кешеһе өсөн яҡшырасаҡ. Шулай уҡ, «ДОМ.РФ» компанияһының инфраструктура бюджет облигацияларын файҙаланып, Өфөнөң Ағиҙел аръяғы биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу селтәрҙәре һәм ҡоролмалары төҙөү буйынса проекттың икенсе этабын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Йыл аҫағына бөтә объекттарҙы файҙаланыуға тапшырырға һәм 9,2 миллион квадрат метр буласаҡ торлаҡ фонды урынын коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә планлаштырабыҙ, унда 100 меңдән ашыу ғаилә йәшәй ала, – тине министр И. Голованова.
Башҡортостан Башлығы ведомствоға эше өсөн рәхмәт әйтеп, дәүләт контракттарын ваҡытында төҙөү мәсьәләһен айырым контролдә тоторға ҡушты.
“Был өлкәгә байтаҡ аҡса китә. Киләһе ҡыш авария хәлдәрен булдырмау өсөн объекттарҙа, бигерәк тә Белорет һәм Учалы райондарында сифатлы эш ойошторорға кәрәк”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.