БР Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итеүенсә, 2025 йылда, юл инфраструктураһын контролдә тотоу һәм планлаштырыуҙың автоматлаштырылған системаһы (СКПДИ) мәғлүмәттәре буйынса, республика юлдарында 113 450 етешһеҙлек бөтөрөлгән. Был система юлдағы һәр асыҡланған зыяндың масштабын билдәләп, уларҙы бөтөрөү ваҡытын контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
2026 йылда был система буйынса эш дауам итәсәк. Төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа асыҡланған етешһеҙлектәрҙе теркәү ғинуарҙан башланды һәм 1 майға тиклем барыға тейеш. Ә зыянды 1 июнгә тиклем бөтөрәсәктәр.
Урындағы әһәмиәттәге юлдарға килгәндә, муниципалитеттар етешһеҙлектәрҙе 15 майға тиклем цифрлаштырырға һәм 15 июнгә тиклем бөтөрөргә тейеш.
Әлеге ваҡытта юл япмаһының авария хәлендәге зыянын тиҙ арала бөтөрөү өсөн «Башкиравтодор» компанияһы һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы запасын етештереп, туплай. Республиканың юл-ремонт төҙөлөш идаралыҡтарына 2 200 тоннанан ашыу һалҡын асфальт бүленгән.
Апрелдән эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһын сығарыусы асфальт-бетон заводтары (АБЗ) эш башлауы планлаштырыла. Бөтәһе 25 АБЗ эшләйәсәк.
Әлегә кәрәкле материалдар туплана – эҫе асфальт етештереү өсөн 5 мең тоннаға яҡын битум һәм 200 мең тонна ҡырсынташ әҙерләнгән.
Радий Хәбиров республика башлығы хакимиәтенең Контроль идаралығына СКПДИ-ның һөҙөмтәлелеген һәм дөйөм алғанда соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе ойоштороуҙы даими тикшерергә ҡушты.
– Юлдарҙа барлыҡҡа килгән соҡорҙар – йөрөүсе автомобилдәр һәм ундағы кешеләр өсөн ныҡ хәүефле. Йылыта башлағас та, асыҡланған ундай етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.