Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
4 Март , 07:30

Юл буйы сервисы яҡшыра

2025 йылда республикала 174 эшләп килгән юл буйы сервисы объекты яңыртылған һәм 173 яңыһы сафҡа ингән.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юл буйы сервисы яҡшыра
Юл буйы сервисы яҡшыра

Башҡортостанда бындай системалы эш юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы сиктәрендә алып барыла. Уның төп маҡсаты – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға сифатлы хеҙмәттәр ала алырлыҡ заманса комплекстар булдырыу.

Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы муниципалитеттар менән берлектә тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы саралары буйынса бөтә кәрәкле консультациялар ала.

Шуныла билдәләр кәрәк, республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә дөйөм суммаһы 6,1 миллиард һум самаһы аҡса һалыу күләме менән юл буйы сервисы өлкәһендә 54 башланғыс тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Башлығы сәйәхәт өсөн инфраструктураны артабан үҫтереү кәрәклеген айырым билдәләп килә.

- Был йәһәттән хәл яҡшыра. Миңә Башҡортостан буйлап күп йөрөргә тура килә һәм беҙҙә автотуризм өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килеүен күреп беләм, – ти Радий Хәбиров.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас