Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Март , 14:31

"Ағиҙел Аръяғы -2" проекты тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда федераль средстволар йәлеп итеп «Ағиҙел Аръяғы-2» проекты тормошҡа ашырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Ағиҙел Аръяғы -2" проекты тормошҡа ашырыла
"Ағиҙел Аръяғы -2" проекты тормошҡа ашырыла

Ул социаль объекттарҙы һәм 100 мең самаһы ғаилә йәшәйәсәк 9 миллион квадрат метрҙан ашыу ерҙәге төҙөләсәк торлаҡты заманса коммуналь инфраструктура менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Был инфраструктура проекты сиктәрендә 2023 йылда башланып 2026 йыл аҙағына тиклем биш ҙур һыу менән тәьмин итеү һәм канализация объекты төҙөп тапшырыласаҡ. Бының менән Дим һәм Затон райондары аша үтәсәк Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ инфраструктура системалары ҡулсалана. Был күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты яҡшыртасаҡ һәм үҙәкләштерелгән системаларға Өфө һәм Өфө районы биләмәләрендә төҙөлгән һәм төҙөлөүсе объекттарҙы тоташтырыуҙы тәьмин итәсәк.

Коммуналь инфраструктура төҙөүгә Башҡортостан Хөкүмәте «ДОМ.РФ» акционерҙар йәмғиәтенең 8,376 миллиард һум күләмендә облигация займдарын йәлеп итәсәк.

Әлегә, инфраструктура объекттарының уртаса төҙөлөш әҙерлеге 75 процент тәшкил итә. Әйтәйек,  Интернациональ урамынан Ағиҙел йылғаһы аша Затонға һәм артабан Ветошниково ауылына тиклем һыу үткәргесе һалынған. Димдән «Затон-Көнсығыш» насос станцияһына тиклем канализация коллекторын һалыу башҡарылған.

Өфө районының Михайловка ауылы эргәһендә насос станцияһы, Дим районында канализация насос станцияһы һәм зарарһыҙландырыу станцияһы төҙөлөшө дауам итә.

Проектҡа ярашлы 52,5 км магистраль селтәрҙәр, тәүлегенә 45,5 мең кубометрлыҡ һыу менән тәьмин итеү ҡоролмалары һәм тәүлегенә 60 мең кубометрлыҡ канализация насос станцияһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас