Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
19 Март , 14:30

Өфөлә яңы логистик үҙәк төҙөлә

Өфөнөң Октябрь районында 4,9 миллиард һумлыҡ логистик үҙәк 2027 йылдың икенсе кварталында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфөлә яңы логистик үҙәк төҙөлә
Өфөлә яңы логистик үҙәк төҙөлә

Проектты Владимир Максименконың «Перспектива-Өфө» компанияһы тормошҡа ашыра. Былтыр инвесторға проектты тормошҡа ашырыу өсөн сауҙаһыҙ ҡуртымға ер участкаһы бүленгән.

Комплекс 30 мең һәм 50 мең «квадрат»ҡа иҫәпләнгән ике складтан торасаҡ. Хәҙер ҙур ауышлыҡлы территориялағы участка тулыһынса тигеҙләнгән.

580 мең кубометр тупраҡ күсерелгән,  5 мең самаһы свай ҡатылған.

Проектты тормошҡа ашырғас бер меңгә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. Проект ҡала өсөн генә түгел, тотош төбәк өсөн дә мөһим һәм транспорт-логистика инфраструктураһын яҡшыртыуға һәм инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип һанай инвестор.

"Был яҡын-тирәләге биләмәләрҙә йәшәүселәр өсөн үҙәккә сыҡмайынса өйҙән алыҫ түгел эшләү өсөн яҡшы мөмкинлек. Ҡаланың микрорайондары беҙҙә мини-ҡала булараҡ үҫешеүе хаҡында даими һөйләйбеҙ», — тине Өфө ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлийәров.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас