Объектты «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөйҙәр.
Контракттың башланғыс максималь хаҡы 859,8 миллион һум тәшкил итә. Финанслау төбәк һәм федераль ҡаҙна иҫәбенә. Ил бюджетынан был маҡсатҡа өс йыл эсендә 842,6 миллион һумға тиклем аҡса бүлергә әҙерҙәр, ҡалған средстволарҙы төбәк йүнәлтәсәк. Финанслау лимиттары конкурс йомғаҡтары буйынса үҙгәрергә мөмкин.
Процедурала ҡатнашыуға заявкалар 2 апрелгә тиклем ҡабул ителә, 7 апрелдә йомғаҡ яһала. Объектта эштәр 2028 йылдың декабрь уртаһына тиклем тамамланырға тейеш, уларға биш йыллыҡ гарантия бирелергә тейеш.
Проектҡа ярашлы, поликлиника бинаһы өс ҡатлы ике секциянан торасаҡ: сменаһына 400 кешегә иҫәпләнгән өлкәндәр поликлиникаһы һәм 200 кешегә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһы. Һәр блокта айырым инеү урыны булған үҙ вестибюле буласаҡ.
Проектта процедура, прививка яһау кабинеттары, профилле һәм дежур табиптар кабинеттары, күҙәтеү, бер нисә лаборант бүлмәһе ҡаралған. Подвалда материалдар һаҡлау өсөн бүлмәләр, гардеробтар, персонал өсөн аҙыҡ ҡабул итеү бүлмәләре һәм техник бүлмәләр урынлашасаҡ. Бинала дүрт лифт ҡаралған. Поликлиниканың дөйөм майҙаны 6,8 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Шулай уҡ подрядсының бурыстарына биләмәне төҙөкләндереү, йәшелләндереү, бәләкәй архитектура формаларын монтажлау, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, видеокүҙәтеү системаһын, тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлау һәм башҡа эштәр инә.