Бөгөн төҙөүселәр, арматура каркастарын берләштергәндән һуң, конструкцияларҙың тоташыу урындарын бетон менән тултырыу буйынса эштәр бара.
Был объектта бөтә эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Реконструкция ваҡытында юл ваҡытлыса урау юл аша асылған.
Бынан тыш, быйыл Йылайыр районында Юлдыбай – Аҡъяр – Һары юлының өс километры ремонтланасаҡ. Яманһаҙ ауылы янындағы участка норматив хәлгә килтереләсәк
Был участкала юл эштәре уңайлы һауа торошо булғанда башланасаҡ. Уларҙы 2026 йылдың аҙағына тамамлау планлаштырыла.
Шул уҡ ваҡытта быйыл республикала милли проекттар ярҙамында дөйөм оҙонлоғо 1900 метрҙан ашыу булған 15 күперҙе һәм 185 километр юлдарҙы яңыртыу планлаштырыла.