Төҙөкләндереү
26 Марта , 04:20

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау 1 июнгә тамамланасаҡ

Республиканың төбәк һәм муниципаль-ара юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлау 1 июнгә тиклем тамамланасаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау 1 июнгә тамамланасаҡЮлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау 1 июнгә тамамланасаҡ
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау 1 июнгә тамамланасаҡ

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте.

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, 23 мартҡа белгестәр 2 670 саҡрым юлды тикшергән. Ошо ваҡытта 3 161 етешһеҙлек асыҡлана, шуларҙың 631-е бөтөрөлгән.

- Авария соҡорҙарын бөтөрөү һалҡын асфальт менән алып барыла. 6 апрелдән һуң юлдарҙы ҡайнар ҡатнашма менән ремонтлау өсөн асфальт – бетон заводтарын сафҡа индереү планлаштырыла, - тип аңлатты Любовь Минакова. – Төбәк трассаларын цифрлаштырыуҙы 1 майға тиклем, ә уларҙы ремонтлауҙы 1 июнгә тиклем тамамларға уйлайбыҙ. Урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы тикшереүҙе һәм уларҙы цифрлаштырыуҙы 15 майға тиклем, ә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе 15 июнгә тиклем тамамларға кәрәк.

Башҡортостан башлығы асыҡланған соҡорҙарҙы тиҙ арала бөтөрөргә, шулай уҡ бер йылға юл эштәре планын төҙөргә ҡушты.

 Юлдар ҡарҙан асыла, күп соҡорҙар барлыҡҡа килә. Юл япмаһын тиҙ арала тәртипкә килтереү мөһим, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас