Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Апрель , 09:02

Транспорт инфраструктураһы объекттары асылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоэлемтә аша транспорт инфраструктураһы объекттарын асыу тантанаһында ҡатнашты. #ВладимирПутин

Транспорт инфраструктураһы объекттары асылды
Транспорт инфраструктураһы объекттары асылды

Амур өлкәһендә Благовещен халыҡ-ара аэропортының яңы пассажирҙар терминалы төҙөлгән, Ростов өлкәһендә Дон йылғаһында Багаев гидроузелын төҙөүҙең беренсе этабы тамамланған. Санкт-Петербургта тиҙ йөрөшлө киңлек магистрален төҙөүҙең сираттағы этабы башлана. Бынан тыш, М-12 “Восток” трассаһында пилотһыҙ йөк транспорты хәрәкәте эшләй башлай.

     “Бөгөн беҙҙә транспорт тармағында бер нисә ҙур, әһәмиәтле ваҡиға. Улар уның үҫешенә ығай йоғонто яһаясаҡ, иҡтисадты нығытыуға хеҙмәт итәсәк.

әйтәйек, Благовещенда яңы пассажирҙар аэровокзалы комплексы Амур өлкәһенең һәм Бөтә Алыҫ Көнсығыштың социаль-иҡтисади үҫешенә өҫтәмә импульс бирергә, сит илдәр менән туристик һәм эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтергә тейеш.

Ростов өлкәһендә Дон йылғаһында Багаев гидроузелын төҙөүҙең беренсе этабы тамамланған, ул Азов-Ҡара диңгеҙ бассейны йүнәлешендә ҙур тоннажлы суднолар йөрөүҙе һәм йөк ташыу күләмен арттырыуҙы тәьмин итәсәк. Унда дүрт метрға тиклем тәрәнейтеләсәк.

Санкт-Петербургта тиҙ йөрөшлө киң магистраль юл төҙөүҙең сираттағы этабы башлана. Ул ҡаланы Ленинград өлкәһе юлдары менән тоташтыра, логистиканы оптималләштерә, тарихи үҙәкте транзит ағымдарынан бушата.

Бынан тыш, бөгөн М-12 “Восток” трассаһында пилотһыҙ йөк транспорты хәрәкәте башлана. Шулай итеп, пилотһыҙ йөк ташыуҙың берҙәм коридоры Санкт-Петербург менән Ҡазанды тоташтыра, ә киләсәктә бындай «аҡыллы» транспортты ҡулланыу географияһы башҡа ҙур федераль трассаларға ла тарала.

        Ошо мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырған белгестәргә, юл төҙөүселәргә дөйөм эшкә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.

Был объекттар – илдең заманса, берҙәм транспорт-логистика каркасын булдырыу, граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын арттырыу, төбәктәрҙең бәйләнешен нығытыу буйынса ҙур, планлы эшебеҙҙең бер өлөшө. Һәм, иң мөһиме, был мәсьәләләрҙе хәл итеү яңы халыҡ-ара транспорт-логистика магистралдәрен формалаштырыуҙа ҡатнашыу буйынса пландарыбыҙға тулыһынса тап килә,” - тине үҙ сығышында Владимир Путин.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас