Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Апрель , 08:20

Учалы һәм Сибай ҡалалары йылдам үҫеш биләмәһе ителә

Хәҙерге мәлдә Башҡортостандың биш йылдам үҫеш биләмәһендә 143 резидент иҫәпләнә, ундағы проекттарының дөйөм суммаһы 55 миллиард һумға еткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Учалы һәм Сибай ҡалалары йылдам үҫеш биләмәһе ителә
Учалы һәм Сибай ҡалалары йылдам үҫеш биләмәһе ителә

"Республика иҡтисадына уҙған йылда 18 миллиард һум аҡса һалынды, 8,5 меңгә яҡын эш урыны булдырылды. Быйыл тағы ла 13 инвестор йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Быйыл Учалы һәм Сибайҙа тағы ике яңы йылдам үҫеш биләмәһе булдырыласаҡ », — тип хәбәр итте премьер- министр Андрей Назаров Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайында Хөкүмәттең 2025 йылдағы эше тураһында отчетында.

Башҡортостанда ете моноҡала: Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет, Учалы, Благовещен һәм Сибай, һуңғыһы был статусты 2026 йылда алған. Биш моноҡалала — Бәләбәйҙә, Күмертауҙа, Благовещенда, Белоретта һәм Нефтекамала йылдам үҫеш биләмәләре булдырылған да инде.

Ағиҙел ҡалаһында өҫтөнлөклө һалым режимы оҙайтыла. Ул 2024 йылда эшләй башлай, 2026 йылдың аҙағына тиклем эшләйәсәк. Ошо ваҡыт эсендә ҡалала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны бер ярым тапҡырға артҡан.

Һуңғы ете йылда республика иҡтисадҡа инвестицияларҙың өҙлөкһөҙ үҫеүен тәьмин иткән. Былтыр күрһәткес 1,7 процентҡа, йәғни 852 миллиард һумға тиклем артҡан, шул уҡ ваҡытта шәхси инвестициялар 4,9 процент тәшкәл иткән, 760 миллиард һумдан ашып аҡса һалынған.

А. Назаров билдәләүенсә, инвестиция сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу һәм инвесторҙарҙың ышанысын арттырыу һөҙөмтәһендә бизнес инвестициялары арта. Бөгөнгө көндә республиканың инвестпортфелендә 1,3 триллион һумға 2,4 мең проект иҫәпләнә, ул бер йылда 9 процентҡа артҡан. Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өс лидер иҫәбендә.

Премьер шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия проекттары портфеленең үҫеүен билдәләне. Бөгөн 105 миллиард һумға 65 ошондай проект тормошҡа ашырыла. Транспорт инфраструктураһы, конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеге һәм мәғариф өлкәһендә тағы ла 170 миллиард һумға башланғыстар әҙерләнә.

"Дөйөм алғанда, стратегик бурыс — 2030 йылға иҡтисад күләмен 4 триллион һумға тиклем арттырыуҙы тәьмин итеү. Ағымдағы йылда беҙгә 3,5 триллион һумлыҡ амбициоз һанға өлгәшергә кәрәк», — тине Андрей Назаров.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас