

Был маҡсатҡа 469,8 миллион һумға тиклем аҡса бүлергә әҙерҙәр. Аукционда ҡатнашыуға ғаризалар 14 апрелгә тиклем ҡабул ителә, процедура 17 апрелгә билдәләнгән.
Финанслау сығанағы булып торлаҡ милекселәренең иғәнәләре сығыш яһай. Эштәрҙе 25 декабргә тамамланырға, подрядсы капиталь ремонтҡа биш йыллыҡ гарантия бирергә тейеш.
Февралдә баш ҡаланың 63 йортонда ҡыйыҡ ремонтлауға контрактты «Бургеоинжиниринг» компанияһы төҙөгәйне. Ул 723,5 миллион һумлыҡ эштәрҙе башҡарасаҡ. Капиталь ремонт шулай уҡ милекселәрҙең аҡсаһы иҫәбенә финанслана.
Төбәктә күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау программаһы 12 йыл эшләй. Был ваҡыт эсендә республикала 49,4 миллиард һумлыҡ эштәр башҡарылған, был сумманың ҙур өлөшө — 41,1 миллиард һум — торлаҡ милекселәренең иғәнәләре, 8,3 миллиард һум — бюджет средстволары. Программа 2055 йылға тиклем иҫәпләнгән.