

Контракттың башланғыс максималь хаҡы 200 миллион һум тәшкил итә.
Финанслау сығанағы булып ҡала бюджеты сығыш яһай. Эштәр 2026 йылдың 15 октябренә тамамланырға тейеш. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 23 апрелгә тиклем ҡабул ителә, процедураға йомғаҡ 28 апрелдә яһала.
Подрядсы бурыстарына бордюрҙарҙы яңыртыу, юл ситтәрен нығытыу, суйын люктарҙы һүтеү һәм яңыларын ҡуйыу, юл япмаларының өҫкө ҡатламын ҡырҡыу, яңы япма һалыу һ.б. инә. Асфальт япмаһы ҡатламдарына биш йыллыҡ гарантия бирелергә тейеш.
Һәр заявкала заказсы участканың аныҡ адресын, кәрәкле эштәрҙең төрөн, уларҙың күләмен һәм үтәү ваҡытын күрһәтергә тейеш.
Ошо көндәрҙә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев квартал араһында ремонт эштәре буйынса «Өйгә юл» программаһын башлау тураһында иғлан итте. Быйыл бөтә ҡала буйынса 80-дән ашыу участканы ремонтлау планлаштырыла, дөйөм алғанда программа бер нисә йылға иҫәпләнгән.
"Был программа — ҡала инфраструктураһын комплекслы үҫтереү буйынса эшебеҙҙең бер өлөшө. Урыны менән ул "Белемгә юл" проекты менән дә синхронлаша, уның маҡсаты — балаларыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Был проектты ла дауам итәсәкбеҙ", - тип белдерҙе Р. Мәүлиев.