Төҙөкләндереү
8 Апреля , 13:45

Ҡырағай хайуандар популяцияһын көйләү талап ителә

Һунарсылар йыртҡыстарҙы аулаған өсөн бюджеттан 50 мең һумға тиклем аҡса алыуы мөмкин. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡырағай хайуандар популяцияһын көйләү талап ителәҠырағай хайуандар популяцияһын көйләү талап ителә
Ҡырағай хайуандар популяцияһын көйләү талап ителә

Башҡортостан бюджетында һунарсыларға айыуҙарҙы, бүреләрҙе һәм төлкөләрҙе атыуға дәртләндереү өсөн 20 миллион һум түләүҙәр ҡаралған.

Башҡортостанда һоро айыу, төлкө һәм бүре популяциялары билдәләнгән сиктәрҙән ашып киткән. Үрсегән йыртҡыстар ауылдарға инә, кешеләргә ҡурҡыныс янай, тәбиҡәттәге экологик баланс боҙола. Һунарсыларҙа был төрҙәрҙе атыуға ҡыҙыҡһыныу юҡ. Шуға күрә граждандарҙы йыртҡыстарға һунар итергә матди дәртләндереү кәрәклеге килеп тыуҙы, тип хәбәр итте БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

"Айыу, бүре һәм төлкөләрҙе аулау һаны үткән йылдарға ҡарата бер ярым тапҡырға кәмегән. Был хайуандарҙың һанын кәметеү һәм граждандарҙың ғүмеренә, һаулығына хәүеф тыуҙырмау маҡсатында ҡырағай хайуандарҙы аулаусы һунарсыларҙы аҡсалата  дәртләндерергә ҡарар ителде. Бының өсөн ағымдағы йылда төбәк бюджетында 20 миллион һум самаһы аҡса планлаштырылған»,— тине Н. Фазылов.

Экология министрлығы хөкүмәт ҡарары проектын әҙерләгән, унда түләүҙәрҙе тәғәйенләү тәртибе яҙылған. Бер айыу өсөн 50 мең, бүре өсөн 30 мең, төлкө өсөн 3 мең һум түләргә тәҡдим ителә.

Әйткәндәй, республикала йыртҡыс хайуандар осратыуҙары тураһында граждандарҙың мөрәжәғәттәр һаны һуңғы йылдарҙа артыуы, ҡырағай хайуандар популяцияһын көйләү кәрәклеге тураһында һөйләй. 2025 йылда Экология министрлығы кешеләргә янаған хайуандарҙы маҡсатлы атыу тураһында 178 ҡарар сығарған. Был 2024 йылда сығарылғандан ике тапҡырға, йәғни 93 ҡарарға күберәк. Ә, 2026 йылдың өс айдында ошондай 60 ҡарар сығарылған да инде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас