

Ойошма «Хутор» ҡунаҡхана комплексын төҙөргә ниәтләй.
Майҙаны 12,7 мең квадрат метрлыҡ участка Иҫән ауылында Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан. Ерҙе рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө ҡунаҡхана хеҙмәтләндереүе.
Компания проектты 2025 йылдың декабрендә «Инвестиция сәғәте» ндә тәҡдим итә. Комплекс составына 100 квадрат метрлыҡ ун корпус, административ бина һәм ике тирмә инә. Инвестициялар күләме 50 миллион һумға баһалана.төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 1,3 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, комплекс йөҙгә яҡын туристы ҡабул итә аласаҡ.