Төҙөкләндереү
15 Апреля , 05:07

570 км юл ремонтланасаҡ

Быйыл республикала төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 570 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы һәм дөйөм оҙонлоғо 2,3 саҡрым тәшкил иткән 23 күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

570 км юл ремонтланасаҡ570 км юл ремонтланасаҡ
570 км юл ремонтланасаҡ

Республиканың юлдарын төҙөүгә, ремонтлауға һәм тәртиптә тотоуға бөтәһе 44,7 миллиард һум йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән 7,2 миллиард һум – федераль бюджеттан. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса автомобиль юлдарын яңыртыуға 8 миллиард һум самаһы аҡса һалынасаҡ. Һүҙ 200 саҡрым самаһы юлдарҙы һәм 1,9 саҡрым күперҙәрҙе ремонтлау хаҡында бара.

Республика биләмәһендәге иң ҙур инфраструктура объекттары иҫәбендә–Дүртөйлө һәм Борай райондарында Тере Танып йылғаһы аша ике күперҙе реконструкциялау, Ауырғазы районындағы Талбазы ауылының көнбайыш урау юлын төҙөү һәм Өфө–Бөрө-Яңауыл трассаһының 19 саҡрымын ремонтлау.

Төбәктә сафтан сыҡҡан юлдарҙы тәртипкә килтереү дауам итә. 2026 йылда ошондай 126 саҡрым трасса участкаһын ремонтлау күҙаллана. Иң ҙур объект – Сибай–Аҡъяр автомобиль юлы, унда 35,5 саҡрым яңыртыласаҡ.

Бынан тыш, һигеҙ муниципалитеттағы 55 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәренә инеү юлдарын ремонтлауға 150 миллион һум йүнәлтеләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас