Төҙөкләндереү
16 Апреля , 04:11

"Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы башлана

Апрелендә «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы барышында 4,5 мең эре ағас һәм 62 мең башҡа төр ағастар ултыртыласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы башлана"Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы башлана
"Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы башлана

"Йәшел Башҡортостан" йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үткәрелә. Уның беренсе этабы 18 апрелдән 10 майға тиклем бара. Берҙәм акция көнө 18 апрелдә үтәсәк.

– Сараларҙа 43 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 4 мең ирекмән һәм 1 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп итеп 3 мең махсус ойошма ҡатнашырға ниәтләй, – тип хәбәр итте Ирина Голованова.

Акция барышында республика муниципалитеттарында 83 яңы тематик аллея булдырыла. Атап әйткәндә, Октябрьскийҙа - Ҙур һәм татыу ғаилә аллеяһы һәм ҡаланың 80 йыллығына аллея, Туймазыла Чернобыль АЭС һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа килә, Нефтекамала Хеҙмәт даны аллеяһы киңәйтеләсәк.

Өфөлә 1,7 мең ағас һәм 5,4 мең ҡыуаҡ ултыртыласаҡ, шулай уҡ өс яңы тематик аллея булдырыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас