

Хәҙерге йәмғиәттә спорт инфраструктураһын үҫтереү сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуҙа төп роль уйнай. Был өлкәлә һөҙөмтәле ҡарарҙарҙың береһе булып физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү тора, улар халыҡҡа спорт менән шөғөлләнеү һәм һаулыҡты нығытыу мөмкинлеген бирә. Был юҫыҡта «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте социаль объекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа үҙен ышаныслы партнер итеп күрһәтте.
2021 йылда Михайловка мәктәбенең спорт залы авария хәлендә тип таныла һәм шул ваҡыттан алып ул ябыла. Эш шунда: мәктәп аҫтында залдың нигеҙен йыуып торған ер аҫты һыуҙары үтә, шуның арҡаһында стеналар ултыра, шуға күрә иҙән һәм түшәм бындай нагрузканы күтәрә алмай.
— Инициатив төркөм менән ниндәй генә ойошмаларға мөрәжәғәт итмәнек, әммә мәсьәлә оҙаҡ хәл ителмәне. Шул мәлдән алып бөгөнгө көнгә тиклем физкультура дәрестәре мәктәп коридорҙарында, әгәр һауа торошо мөмкинлек бирһә, урамда үтә. Балаларыбыҙ әүҙем, уларға спорт менән шөғөлләнер өсөн, әлбиттә, тейешле урын кәрәк. Спорт залының булмауы үҫеп килеүсе быуында һиҙелә, сөнки мәктәптә спортсылар йылдан-йыл һирәгәйә бара, улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ, — тип бәйән итте был турала мәктәп директоры Елена Ғилманова.
Бында секциялар ҙа үткәрелмәй, төрлө спорт ярыштары бөтөнләй уҙғарылмай, ошонан сығып мәктәп уҡыусылары район, республика кимәлендәге спорт ярыштарында бөтөнләй ҡатнаша алмайҙар. Шуға күрә ата-әсәләр менән берлектә мәктәп коллективы 2025 йылда Башҡортостан Башлығы үткәргән тура бәйләнештә мәктәптең спорт залын реконструкциялау өсөн 50 миллион һум ярҙам һорап видеояҙма менән мөрәжәғәт яһаны һәм ыңғай яуап алды.
— Ул суммаға эргәлә ниндәйҙер модуль төҙөү яҡшыраҡ, шул уҡ аҡса китәсәк. Әгәр ҙә бер аҙ ремонт булһа, беҙ ниндәйҙер аҡса менән эш итәбеҙ, унда яңы инвестор — «Салауат» ЯСЙ-һы килде һәм уларға ла иҫәп тотабыҙ, — тип билдәләне Р. Хәбиров тура эфирҙа.
Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса спорт залын капиталь ремонтлау буйынса йөкләмәне «Салауат» ЯСЙ-һы үҙ өҫтөнә алды. Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә булғандан һуң икенсе көндө үк компания вәкилдәре Михайловка ауылына барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрергә һәм район етәкселеге, мәктәп коллективы менән берлектә проблеманы хәл итеү юлдарын тикшерергә килде. Һөҙөмтәлә, иҫке спорт залына теймәҫкә, ә мәктәп эргәһенә өр-яңынан спорт залы төҙөргә тип ҡарар ителде.
Әлеге ваҡытҡа тиклем ошондай эштәр башҡарылған: буласаҡ төҙөлөш урынында бөтә кәрәкле деталдәрҙе иҫәпкә алыу өсөн махсус комиссия булған, проект хупланған һәм апрелдең тәүге көндәренән үк спорт залына нигеҙ һалыу буйынса махсус техника килгән, бинаның тирә-яғы кәртәләп алынған. Спорт залын тормошҡа ашырыуҙа подряд ойошмаһы тарафынан күбеһенсә урындағы ауыл халҡы ир-егеттәре йәлеп ителгән.
Урындағы мәктәптә физкультура дәрестәрен йәш белгес Юлай Вәлиуллин алып бара. Ул белем усағының сығарылыш уҡыусыһы, 2023 йылдан эшләй.
— Спорт залы булмауы ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа дәрестәрҙә балаларҙы физик яҡтан нығытыу өсөн төрлө ысулдар уйлап табырға тура килә. Мәҫәлән, ҡышҡыһын мәктәптә саңғы инвентарҙары булыуы ҙур ярҙамға килә. Балалар менән саф һауала саңғыла йөрөйбөҙ, ярыштарға әҙерләнәбеҙ. Йыл һайын февраль айында Чечен һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә саңғы ярышы ойошторабыҙ. Яҙлы-көҙлө иһә күберәк тышта йөрөйбөҙ, футбол уйнайбыҙ, йүгерәбеҙ. Ямғырлы көндәрҙә, сатлама һыуыҡтарҙа тренажер залында шөғөлләнәбеҙ. Күбеһенсә ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерләнәбеҙ. Балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа спорт залын ремонтлау буйынса борсоған мәсьәләнең республика етәкселеге тарафынан хәл ителеүенә шат, — ти Юлай Сәғит улы.
Яңы спорт залы ағымдағы йылдың 1 сентябренә үҙ ишектәрен асасаҡ тип күҙаллана. Компания белгестәре объектты проектлауҙан алып файҙаланыуға тапшырыуға тиклем төҙөлөштөң бөтә этаптарын сифатлы үтәүҙе тәьмин итәсәк тип вәғәҙә бирә.
Бөгөнгө көндә Михайловка урта мәктәбендә 200-гә яҡын уҡыусы белем ала, белем усағының филиалы булған Озерный мәктәбендә 100 бала иҫәпләнә. Тағы ла Михайловкала 50-гә яҡын бала мәктәпкәсә төркөмгә йөрөй. Мәктәп директоры әйтеүенсә, уҡыусыларҙа спортҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу көслө, хатта ҡайһы бер балалар йәйге каникул мәлендә эшселәргә ярҙам ҡулын да һуҙырға әҙер. Шулай итеп, «Салауат» ЯСЙ-һы ярҙамында физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға һәм төбәктә спортты үҫтереүгә булышлыҡ иткән заманса, уңайлы һәм функциональ спорт объектын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Елена Ғилманова, Михайловка урта мәктәбе директоры:
— Спорт залына ремонт һорап ниндәй генә ишектәрҙе ҡаҡаманыҡ, ниндәй генә тупһаларҙы тапаманыҡ. Был мәсьәлә менән мәктәп администрацияһы ла, беҙҙең ата-әсәләр ҙә, ауыл советы депутаттары ла Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм спорт министрлығының төрлө учреждениеларына, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт итте, әммә мәсьәлә хәл ителмәне. Радий Фәрит улына видеояҙма аша мөрәжәғәт итеүебеҙгә шатбыҙ, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды, ҙур проектҡа нигеҙ һалынды. Муниципалитет башлығы Айрат Зиннәт улы Әминевҡа ла рәхмәт әйтергә теләйем, ул беҙҙең борсоған мәсьәләне билдәләгәндән һуң, хәлде үҙ контроленә алды, уның ярҙамында беҙ республика Башлығы менән бәйләнешкә сыға алдыҡ.
Юлай Вәлиуллин, Михайловка мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы:
— Бинаның булмауы физик культура буйынса уҡыу программаһын тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй. Әйтеп үткәнемсә, йә тышта, йә мәктәп коридорында дәрестәр үткәрәбеҙ. Бындай шарттар уҡыу процесының сифатын кәметә, балаларыбыҙҙың физик үҫешен сикләй. Мөрәжәғәтебеҙгә яуап биргән республика Башлығы Радий Хәбировҡа ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙең мәктәптә спорт залы төҙөү спортты үҫтереү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу өсөн яңы офоҡтар асасаҡ, тип ышанам. Ул балалар өсөн заманса белем биреү майҙансығы ғына түгел, ә бөтә ауыл халҡы өсөн социаль үҙәк буласаҡ, унда өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Был киләсәккә инвестиция. «Салауат» ЯСЙ-һы ярҙамы уҡыусыларыбыҙҙың, ата-әсәләребеҙҙең һәм уҡытыусыларыбыҙҙың яңы спорт залы тураһындағы хыялын тормошҡа ашырасаҡ, һәм яҡын арала балаларыбыҙға күптән көтөлгән мөмкинлектәр бирәсәк.
Сергей Гусев, район Советы депутаты:
— Спорт залы 6 йыл инде ябыҡ тора, 2021 йылда рәсми рәүештә авария хәлендә тип танылды. Ә бит уҡыусыларҙың тулы физик үҫешен алыу өсөн хәл иткес шарт — мәктәптәрҙә спорт залдары булыу, унда шулай уҡ спорт секциялары ла үтеүе. Балаларыбыҙ бындай мөмкинлектән мәхрүм булды. Район Советы депутаты булараҡ, мин был мәсьәләне сессияларҙа бер нисә тапҡыр күтәрҙем. Район хакимиәтенең яңы башлығы Айрат Әминевҡа мөрәжәғәт иттем һәм был мәсьәлә ыңғай яҡҡа юл алды. Мин ошо мәктәптә уҡыным. Физкультура дәрестәре генә түгел, бөҙҙөң бөтөн саралар спорт залында үтте. Спорт менән шөғөлләнергә теләгән балалар хәҙер ҙә байтаҡ. Әммә зал булмау сәбәпле, ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын Магнитогорскиға түңәрәктәргә алып бара. Әммә был һәр кемдең дә хәленән килерлек эш түгел. Тиҙҙән Советтар Союзы Геройы Г.Васев исемен йөрөткән мәктәп уҡыусыларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса талаптарға яуап биргән бина барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ. Беҙҙең дә үҙ чемпиондарыбыҙ буласаҡ!
Таһир Бәхтегәрәев, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры:
— Педагогтар тура бәйләнеш ваҡытында объекттың иҫке торошо хаҡында Башҡортостан Башлығына һөйләне. Беҙҙең хеҙмәттәшлек сиктәрендә спорт залын ремонтлау мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Михайловка ауылы мәктәбе спорт залын төҙөү буйынса эштәр башланды, беҙ уны финанслауҙы үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Мәктәптең 300 уҡыусыһы өсөн күптән көтөлгән был объектты төҙөүҙө 1 сентябргә тамамлау планлаштырыла.