Төҙөкләндереү
22 Апреля , 06:58

2030 йылға газлаштырыу кимәле 85 процентҡа етәсәк

Рәсәй буйынса газ үткәреү кимәле уртаса 75 процентҡа етте, тип белдерҙе ил Президенты Владимир Путин.  #ВладимирПутин

2030 йылға газлаштырыу кимәле 85 процентҡа етәсәк2030 йылға газлаштырыу кимәле 85 процентҡа етәсәк
2030 йылға газлаштырыу кимәле 85 процентҡа етәсәк

"Алдағы йылдарҙа ул тағы ла 8,3 процентҡа артырға һәм 2030 йылда 85 процентҡа етергә тейеш» - тине В. Путин бөтә рәсәй муниципаль берәмектәре вәкилдәре менән осрашыуҙа.

Путин шулай уҡ, социаль газлаштырыу программаһы дауам итәсәк, ул программаның артабан киңәйеүен һәм хәҙер социаль һәм мәҙәни әһәмиәттәге объекттарҙы үҙ эсенә алыуын билдәләне.

Социаль газлаштырыу программаһы Президент ҡушыуы буйынса 2021 йылда эшләй башлай. Ул газды ер участкалары сиктәренә бушлай килтерергә мөмкинлек бирә. Тоташтырыу мөмкинлеген берҙәм газлаштырыу операторы сайтында тикшерергә, ғаризаны берҙәм газлаштырыу порталында, «Дәүләт хеҙмәттәре» аша йәки газ бүлеү ойошмаһы офисында бирергә мөмкин.

Газ үткәреүгә 100 мең һум күләмендә субсидияны:

  • күп балалы ғаиләләр;
  • аҙ килемле граждандар;
  • беренсе төркөм инвалидтары, инвалид балаларҙы ҡараусылар;
  • Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
  • хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары  алыуы мөмкин.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас